28 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
28 июнь | |
![]() |
28 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 179-сы (кәбисә йылында 180-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 186 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Ҡаҙағстан: Элемтә һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнө.
Польша: Милли хәтер көнө.
Украина: Конституция көнө.
Рәсәй: Букмекерҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1865: Александр II указы менән Рәсәй империяһының Тимер юлы эштәре министрлығы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәғитов Хәкимйән Әбделғәни улы (1935—6.05.2013), театр артисы, 1959—1995 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Иванова Эвилина Алексеевна (1940), ғалим-биохимик. 1966—1972 һәм 1979—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1981 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты хеҙмәткәре, 1998 йылдан — төп, 2000 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (1955), ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. 2010 йылдан «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Полиция генерал-майоры (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (1975), ғалим-философ. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2009), доцент (2013).
- Ләйсән Үтәшева (1985), Рәсәй спортсыһы һәм телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы. Художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, команда иҫәбендә донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы; халыҡ-ара спорт комментаторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кирәй Мәргән (1912—24.01.1984), башҡорт совет яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Рәшит Йыһанов (1952), композитор. 1977—2012 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кознов Александр Вячеславович (1963—20.12.2009), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Туҡаев Нуран Хөснөлхаҡ улы (1949), хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районы Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативының элекке малсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мораптал ауылынан.
- Ринат Камал (1954), яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1577: Питер Пауль Рубенс, Нидерланд рәссамы, барокко сәнғәтенә нигеҙ һалыусы.
- 1712: Жан-Жак Руссо, Францияның мәғрифәтселек дәүере философы, яҙыусы.
- 1860: Сергей Платонов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың тарихсы ғалимы.
- 1930: Николай Каретников, СССР һәм Рәсәй композиторы, авангардист.
- 1940: Мөхәммәт Юныс, Бангладеш банкиры, Нобель премияһы лауреаты.
- 1940: Павел Финн, СССР киносценарисы, актёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
- 1945: Розалина Шәһиева, СССР һәм Рәсәйҙең сәнғәт белгесе, шағир, тәржемәсе һәм рәссам. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017).
- 1955: Николай Зимятов, СССР спортсыһы, саңғысы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]