9 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 март | |
![]() |
9 март — григориан стиле буйынса йылдың 68-се (кәбисә йылында 69) көнө. Йыл аҙағына тиклем 297 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ди-джей көнө.
Ливан: Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1497: Николай Коперник тәүге астрономик күҙәтеүҙәр үткәрә.
- 1858: Филадельфияла почта йәшнигенә патент алына.
- 1918: Совет Рәсәйенең баш ҡалаһы Петроградтан Мәскәүгә күсерелә.
- 1919: Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре һәм үҙәк Совет власы араһында Башҡортостандың совет автономияһы тураһында баштағы килешеү төҙөлә.
- 1972: Нижневартовск эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
- 1990: Берлинда Германияның берләшеүе хаҡында һөйләшеүҙәр башлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нурҡаев Талип Латип улы (1925—24.09.1997), нефтсе, 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы.
- Мирзаянов Вил Солтан улы (1935), ғалим-химик. 1965—1992 йылдарҙа Дәүләт Органик химия һәм технологиялар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан — бүлек начальнигы. 1996 йылдан АҠШ-тың Нью Джерси штатындағы Принстон университеты хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1985). Кавалло премияһы лауреаты (1996).
- Солдатов Юрий Фёдорович (1940), скульптор. 1977 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ихсанов Марат Мөхәмәтдин улы (1941), мәғариф ветераны, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Күгәрсен районы Ҡалдар урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1980—2006 йылдарҙа — директоры. Күгәрсен район Советының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Моҡас ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәев Ғилимхан Ғилмөғәле улы (1947), уҡытыусы, методист. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Рим Хәсәнов (1947), композитор, яҙыусы. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы (1928—8.04.1998), ғалим-табип-хирург, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1960—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры. БАССР-ҙың 6—12 саҡырылыш Юғары Советы. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1961, 1966) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гоц Сергей Степанович (1954), ғалим-радиофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1845: Николай Кутейников, Рәсәй империяһының хәрби-диңгеҙ эшмәкәре, караптар эшләүсе.
- 1885: Тамара Карсавина, Рәсәй империяһы балеринаһы.
- 1890: Вячеслав Молотов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1910: Александр Константинов, СССР Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәре полковнигы, Советтар Союзы Геройы (1941).
- 1930: Афанасий Кочетков, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1934: Юрий Гагарин, Ерҙең беренсе космонавы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1814: Тарас Григорьевич Шевченко, Украина шағиры рәссам.
- 1966: Мөхәммәтша Буранғолов, Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944).
- 1992: Менахем Бегин, Израилдең сәйәси эшмәкәре, Нобель премияһы лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]