4 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
4 июнь | |
![]() |
4 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 155-се (кәбисә йылында 156-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 210 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ҡаҙағстан: Дәүләт символдары көнө.
Молдавия: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
АҠШ: Ғаилә көнө.
Тонга: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Эстония: Флаг көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1774: Салауат Юлаев отрядтары Бөрөнө ала.
- 1807: Рус армияһы составындағы ике башҡорт полкы Гросс-Егерсдорф, Таплакен быуаһы, Битенен һәм Юргайчен янындағы француздарға ҡаршы хәрби алыштарҙа ҡатнаша.
- 1917: 1-се Өфө губерна крәҫтиән съезы асыла, уның эшендә 1000 делегат ҡатнаша.
- 1925: АҠШ-тың «Крайслер» автомобиль концерны ойошторола.
- 1940: Мәскәүҙә «Динамо» стадионы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1965: Мәскәүҙә шағир Михаил Лермонтовҡа һәйкәл ҡуйыла.
- 1992: Рәсәй Федерацияһы составында Ингуш Республикаһы ойошторола.
- 1993: Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы көндәре башлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брехова Галина Николаевна (1945), журналист. 1965 йылдан Бәләбәй районының урындағы радиотапшырыуҙарын ойоштороусы; 1983 йылдан «Белебеевские известия» район гәзитенең бүлек мөдире, 1993 йылдан — бүлек мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Сығышы менән Приморье крайының Находка ҡалаһынан.
- Зенцов Вячеслав Николаевич (1955), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1977—1984 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; хәҙерге ваҡытта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү кафедраһы мөдиренең фән буйынса урынбаҫары; 1984—1998 йылдарҙа республиканың төҙөлөш комплексы предприятиелары хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы (1990), Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. 2019/2020 йыл миҙгелендә Череповецтың Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Северсталь» командаһы уйынсыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Полак Алексей Филиппович (1911—31.07.1990), инженер‑төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Зифа Баязитова (1951), театр актёры. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (1918—2002), табип һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советтары (1938—1951) депутаты. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рауилов Вәғиз Мухлис улы (1924—2014), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968–1984 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Дәүләкән район Советы башҡарма комитеты рәйесе. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.
- Рәхмәтуллина Рәйсә Фәтхулла ҡыҙы (1939), педагог-ветеран. 1966–1999 йылдарҙа Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбе уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1801: Михаил Бестужев-Рюмин, декабрист.
- 1821: Аполлон Майков, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1867: Карл Густав Эмиль Маннергейм, Финляндияның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, маршал.
- 1870: Элизабета Хессельблад, Швецияның шәфҡәт туташы, католик монахиняһы.
- 1882: Фёдор Комиссаржевский, Рәсәй империяһының театр режиссёры, педагог, рәссам һәм тәржемәсе.
- 1930: Виктор Тихонов, СССР хоккейсыһы һәм тренеры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1995: Рәмзилә Хисаметдинова, башҡорт шағиры, уҡытыусы-педагог, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]