Иҫке Кәңгеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Кәңгеш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°35′23″ с. ш. 54°57′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 816 003

ОКТМО коды

80 624 416 116

ГКГН номеры

0521844

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Кәңгеш (Рәсәй)
Иҫке Кәңгеш
Иҫке Кәңгеш
Иҫке Кәңгеш (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Кәңгеш

Иҫке Кәңгеш (рус. Старокангышево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 363 кеше[1]. Почта индексы — 452304, ОКАТО коды — 80224816003.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәңгеш ауылы 1732 йылда төҙөлгән документта атап үтелә. Унда һүҙ Йәрми һәм тағы ла бер нисә ауылдың аҫабаларының (Кинйә Ишембәтов һәм Әҙек Бортин) Сөләймән Бикмәтовты (ҡустылары менән бергә) күрһәткән шәжәрәләре нигеҙендә яҡын туғандар тип таный һәм, уртаҡ шәжәрәгә нигеҙләнеп, аҫаба ерҙәрен бергәләп ҡулланырға ҡарар итеүе тураһында бара. Әммә ни өсөндөр 1816 йылғы рәүиздә 66 аҫаба башҡорт йәшәгән был ауыл иҫәпкә алынмай. 1834 йылда ауылда 320 кешенең йәшәүе иҫәпкә алына[2].

1859 йылда Яңы Кәңгеш ауылы барлыҡҡа килә һәм ундағы 47 ихатала 264 кешенең йәшәүе теркәлә. Иҫке Кәңгештә лә шул уҡ һанда кешеләрҙең йәшәүе билдәләнә. 1870 йылдаИҫке Кәңгештә 242 башҡорт, 1920 йылда Яңы Кәңгештә 143 башҡорт, Иҫке Кәңгештәге 156 ихатала 844 башҡорт иҫәпкә алына[2].

1843 йылда 320 башҡортҡа 480 бот ужым һәм 608 бот яҙғы иген сәселә. 52 ихатаға 142 ат, 132 һыйыр, 120 һарыҡ һәм 105 кәзә тура килә. Ауыл халҡында 150 солоҡ һәм 100 умарта тотола[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Миәҙәк): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 122 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Кәңгеш

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 363 179 184 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]