Дүртөйлө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүртөйлө
Герб
Durtuli.png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1795
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе[1]
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе[1]
Халыҡ һаны 30 969 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 100 метр
Почта индексы 452320
Рәсми сайт admdurtuli.ru
Урындағы телефон коды 34787
Карта
Commons-logo.svg Дүртөйлө Викимилектә

Дүртөйлө — ҡала. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1964 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба, 1989 йылдын республика әһәмиәтендәге ҡала. 2009 йылда 31,4 мең кеше йәшәгән.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 25235 12078 13157 47,9% 52,1%
2002 йыл 9 октябрь 29984 14275 15709 47,6% 52,4%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. Дүртөйлөлә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан.

Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй.

Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында.

Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (ӨфөҠазанНефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк).

Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Халыҡ һаны, 1000 кеше
1939 4,5
1959 4,8
1970 4,8
1989 25,3
2002 30,0
2008 31,2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]