Таубаш-Баҙраҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Таубаш-Баҙраҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°33′17″ с. ш. 55°09′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 847 011

ОКТМО коды

80 624 447 151

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Таубаш-Баҙраҡ (Рәсәй)
Таубаш-Баҙраҡ
Таубаш-Баҙраҡ
Таубаш-Баҙраҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Таубаш-Баҙраҡ

Таубаш-Баҙраҡ (рус. Таубаш-Бадраково) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 142 кеше[1]. Почта индексы — 452305, ОКАТО коды — 80224847011.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҙраҡ ауылының аҫаба башҡорттары 1748 йылда мари милләтенән булған кешеләрҙе үҙ ерҙәренә индереүҙәре тураһында тултырылған юридик документтарҙа уҡ ауыл атамаһы күрһәтелә, мариҙар йылына бер тапҡыр 410 һум, ә һәр ихатаның 50-шәр тин түләү шарты менән төпләнергә ризалаша. Артабан мариҙар 1859 йылда үҙҙәренең Яңы Баҙраҡ тип аталған ауылдарын булдыра. Ә бына Таубаш-Баҙраҡ ауылы тик XIX быуат башында ғына барлыҡҡа килә. 1816 йылда төп ауылдағы 15 ихатала 87 башҡорт, 1834 йылда — 167 башҡорт, 1859 йылда — 322 (50 ихата), 1920 йылдағы тәүге совет рәүизендә 100 ихатала 502 башҡорт теркәлә[2].

Был бер милләт кешеләре — башҡорттар йәшәгән был ауылда 1843 йылда 157 башҡортҡа 360 бот ужым һәм 480 бот яҙғы иген сәселә. Улар, 25 ихатала йәшәп, 88 ат, 84 һыйыр, 20 һарыҡ, 120 кәзә аҫырай. Умартасыларҙа 100 солоҡ һәм 42 умарта була. Ауылда мәсет тә була[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 142 69 73 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Кәңгеш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 155 км

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]