Солтанбәк (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Солтанбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°24′33″ с. ш. 54°50′19″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 840 003

ОКТМО коды

80 624 440 111

Солтанбәк (Рәсәй)
Солтанбәк
Солтанбәк
Солтанбәк (Дүртөйлө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Солтанбәк

Солтанбәк (рус. Султанбеково) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 182 кеше[1]. Почта индексы — 452319, ОКАТО коды — 80224840003.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәлдәк улусына ҡараған Солтанбәк ауылы аҫаба башҡорттар йәшәгән төп ауылдарҙың береһе. Ауылға нигеҙҙе улуста ярайһы уҡ ҙур абруйға эйә булған Солтанбәк Мәтиков һала, һәм ул башҡорттар араһында бик әүҙем аҫаба булараҡ танылған була. 1652 йылдан алып төрлө рәсми документтарҙа Солтанбәк Мәтиковтың исеме телгә алына. Мәҫәлән, 1661 йылда ул Алдар ауылына мишәрҙәрҙе керҙәш (припущенник) булараҡ индереүҙә ҡатнаша. 1691 йылда Ҡуян ауылына мари-типтәрҙәрен индерә. 1700 йылда Сырым Бисубин менән бергә батшанан аҫаба ерҙәргә хужа булыуын раҫлаған грамота ала. Йәлдәк улусы башҡорттары Волга буйынан ҡасып килгән татарҙарҙың һәм урыҫтарҙың уларҙың ерҙәренә инеүенә ҡаршылыҡ күрһәтә. 1712 йылда был мәсьәлә менән генерал Головкинға етди шөғөллөнергә тура килә[2]..

1700 йылда Йәлдәк улусы 4 түбәгә бүленә: 1. Аҡмир Әсәнов түбәһе (уның бишенсе быуын ҡарт олатаһы — Борай районының Борай ауылына нигеҙ һалған Борай Ерғужин); 2. Сырым Бисубин түбәһе; 3. Солтанбәк Мәтиков түбәһе; Балта Мөнәков түбәһе. Түбәләр башлыҡтары үҙ-ара яҡын ғына туғандар була. Мәҫәлән, Сырым Бисубин менән Солтанбәк Мәтиков — 1663 йылда батшанан Йәлдәк улусы ерҙәренә хужа булыуы тураһында документ алған Ялмәмәт Аҡҡулаҡовтың ҡустыһы һәм һеңлеһенең балалары. Солтанбәктең улдары Сатай менән Ҡыяз 1838 йылда бер крәҫтиәнгә Ағиҙел буйындағы үҙҙәренең балыҡ тотоу урынын 5 йылға ҡуртымға бирә. 17481762 йылдарҙа Солтанбәк ауылына типтәрҙәр индерелә һәм 1762 йылда ауылда 34 типтәр кешеһенең йәшәүе теркәлә. Яңы Солтанбәк ауылы 1753 йылдан алып билдәле. 1795 йылғы V рәүиз документтарында был ауылда 67 башҡорт, 29 мишәр йәшәүе билдәләнә. Ә Солтанбәктең үҙендә 47 башҡорт, 118 типтәр, 45 мишәр йәшәй[2]. 1791 йылда мишәрҙәр, ер һатып алып, ике ауылға ла төпләнә.

1816 йылда Иҫке Солтанбәктә 88 башҡорт, 16 мишәр, 10 типтәр йәшәй. 1859 йылда үткәрелгән рәүиздә Иҫке Молтанбәктә 180 аҫаба, 511 керҙәш, ә Яңы Солтанбәктә 168 аҫаба башҡорт, 33 керҙәш йәшәүе теркәлә. 1870 йылда Иҫке Солтанбәктә 719 кеше, ә Яңы Солтанбәктә 180 кеше йәшәй. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Иҫке Солтанбәктә 1 мең 296 башҡорт һәм типтәр йәшәһә, Яңы Солтанбәктә 487 башҡорт һәм мишәр йәшәүе билдәләнә[2].

1843 йылда Иҫке Солтанбәктә йәшәгән 95 башҡорт 480 бот ужым һәм 720 бот яҙғы бойҙай, ә Яңы Солтанбәктә йәшәгән 90 башҡорт 240 бот ужым һәм 600 бот яҙғы бойҙай сәсә. Шулай уҡ 30 мишәр 96 бот ужым һәм 168 бот яҙғы иген сәсә[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 182 83 99 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 8 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таймырҙа): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 109 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Елдяк. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13,. — С. 95-96. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]