Эстәлеккә күсергә

Ямалетдинов Фидус Әғләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ямалетдинов Фидус Әғләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 4 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Солтанбәк, Таймырҙа ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Ямалетдинов Фидус Әғләм улы (4 ғинуар 1953 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Фидус Әғләм улы Ямалетдинов 1953 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Солтанбәк ауылында тыуған. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай.

1968—1972 — Өфө авиация техникумы. Авиация техникумы ятағы Дуҫлыҡ Монументы эргәһендә, ташландыҡ кеүек бер күңелһеҙ урында була. Буласаҡ инженер Фидус Ямалетдиновтың, моғайын, күп кенә йылдар үткәс, шул иҫке тирмән урынында уның — Өфө ҡалаһы Башлығының тәҡдиме менән парк барлыҡҡа килерен башына ла килтермәгәндер.

1972—1974 — Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

1974 — Өфө моторҙар эшләү заводының үткәргес торба цехы көйләүсеһе.

1974—1980 — Өфө авиация институты студенты.[1]

1980-1981- Өфө агрегат произвоство берекмәһенең инженер-яйлаусыһы.

1981—1983 — эксперименталь цех инженер-регулировщигы, Өфө «Молния» агрегат конструктор бюроһының өлкән мастеры.

1983—1986 — Өфө ҡалаһы КПСС-тың Ленин район комитеты инструкторы, сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире.

1986—1991 — Өфө ҡалаһы Халыҡ депутаттарының Ленин район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1991—1992 — Халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары — коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы.

1992—1995 — Өфө ҡалаһы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары.

1995—2000 — Өфө ҡала хакимиәте башлығы, Өфө ҡала Советы рәйесе.

Ҡала һәр ваҡыт уның иғтибар үҙәгендә була. Өфө үҙгәрә, мәктәптәр, поликлиникалар, яңы урамдар төҙөлгән, ағас йорттар урынына күп ҡатлы комплекстар үҫеп сыҡҡҡан. Яуаплылыҡ үҙәгендә — коммуналь хужалыҡ етди урында тора. 1995 йылда ҡала Башлығы итеи ҡуйылғас, бигерәк тә ҡатмарлы була.

Ярһыу 1990-сы йылдар, дефолт, үҙгәртеп ҡороу, иҡтисади көрсөк һәр кешегә ҡағылды. Хакимиәттең төп бурысы ҡаланы ағымдағы тормош хәлен яйлау, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү, мөһим сығанаҡтарҙы туҡтатмау була. Бәхеткә ҡаршы, эшһөйәр һәм тәүәккәл команда ярҙам итә. Ҡайһы берҙә терһәктәр менән эшләргә тура килә. Яңыса эшләү, башҡа система кәрәк була.

Барыһы өҫтөндә лә эшләргә һәм бөтәһен дә хәл итергә: социаль тармаҡ, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты заманлаштырыу модернизация, ҡала магистралдәрен яңыртыу — кәрәк була. Әлбиттә, төнгө йоҡонан уятып, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында кисектергеһеҙ кәңәшмәләр йыйырға, тәүәккәлләргә һәм ғәмәлгә ашырырға кәрәк була.

1999 йылда Фидус Әғләм улы Өфөлә тәүге ҡала телевидениеһын төҙөү ҡарарын ҡабул итә. «Бөтә Өфө» телекомпанияһы бөгөнгө көнгә тиклем беренсе ҡала каналы булып ҡала. Ямалетдиновҡа күп нәмәне тәүге тапҡыр эшләргә тура килә — үҙгәртә, яңынан ҡора, яңы юл яра. Хәҙер ҙә ҡала яҙмышы уны һаман борсой.[2]

2000—2003 — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары.

2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры[3].

2010—2012 — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

2012 йылдың октябре — 2013 йылдың авгусы — Башҡортостан Республикаһы президенты хакимиәтенең Етәксеһе урынбаҫары.

2013 йылдың сентябре-ноябре ― Башҡортостан Республикаһы президенты хакимиәте Етәксеһе бурыстарын башҡарыусы.

2014―2017 ― Башҡортостан Республикаһы «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһының ГУП генераль директоры[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2002 йылдың апреленән 2012 йылдың декабренә тиклем Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен яйлаусы өс яҡлы комиссияның координаторы була.
  • Шулай уҡ Өфө ҡала Советы рәйесе, I (1995―1999) һәм II (1999―2003) саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • Башҡортостан Республикаһы Хәефһеҙлек Советы һәм Президент Советы ағзаһы итеп һайланған.

Ямалетдинов Фидус Әғләм улы өйләнгән. Ике балаһы һәм биш ейәне бар.

Яратҡан шөғөлдәре: спорт, һунар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дуҫлыҡ ордены
  • Салауат Юлаев ордены
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» Почётлы исеме (2002
  • «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының Почётлы хеҙмәткәре» күкрәккә тағылмалы билдә
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • Ингушетия Республикаһының Почёт грамотаһы