Дүртөйлө районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүртөйлө районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала биләмәһе и 14 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Дүртөйлө калаһы

Барлыҡҡа килеүе

20 август 1930 й

Халҡы (2010)

33 164[1] человек

Майҙаны

1 671 км² (43 урын)

Дүртөйлө районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 224 000 000

Дүртөйлө районы (рус. Дюртюлинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Дүртөйлө ҡалаһы. Районда 33164 кеше йәшәй.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1671 км². Халыҡ һаны (мең кеше) 1995 — 61,6, шул иҫәптән ҡала халҡы — 33,4 (Дүртөйлө ҡалаһы, Семилетка ҡасаба), 87 ауылда 28,2 мең кеше йәшәй. Улар араһында иң ҙурҙары Исмаилда — 2,0 мең, Әңгәсәктә 1,9 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 37, шул иҫәптән ауыл ерендә — 17 кеше. Күпселек — татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, ауыл халҡы араһында — татарҙар, башҡорттар, мариҙар.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеген, көньяҡ урман-дала зонаһын, йылы, бик үк ҡоро булмаған агроклимат регионын биләй. Район территорияһы аша Ағиҙел йылғаһы аға. Күп урында — типик һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡ, көлһыу, һоро урман һәм һыубаҫар туғай тупраҡтары осрай. Район майҙанының 17,8%-да киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағас урманы.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 60 574 [2][3]
1959 45 454 [4][3]
1970 59 230 [5][3]
Йыл Халыҡ һаны
1979 54 965 [6][3]
1989 56 328 [7][3]
2002 32 988 [8][3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 64 426 [9]
2018 60 877 [10]
2019 60 589 [11]

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда нефть сығарыла: Арлан ятҡылығының Яңы Хажы һәм Йосоп майҙандары — «Южарланнефть», Таймырҙа һәм Сәйет ятҡылығы «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары тарафынан үҙләштерелә. Файҙалы ҡаҙылмалары кирбес сеймалы (Әсән ауылы, Яңы Баҙраҡ, Иҫке Балтас), ҡомлоҡ (Әсән ауылы), ҡырсынташ ҡатыш ҡом (Дүртөйлө, Иванай, Яңы Бейектау) ятҡылыҡтарынан торауылы төҙөлөш материалдары сығарыу буйынса предприятиелар Дүртөйлө ҡалаһында тупланған. Әсән ауылы кирбес заводы һәм ҡошсолоҡ фабрикаһы эшләй. Ауыл хужалығы производствоһы “Саҡмағошнефть” НГДУ-һының ярҙамсы хужалығынан һәм 61 фермер (крәҫтиән) хужалығынан тора.

Район һөт-ит етештереү һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Сусҡасылыҡ, шәкәр сөгөлдөрө етештереү, умартасылыҡ үҫешкән.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район биләмәләре аша Өфө—Ҡазан, Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк һәм Нефтекама—Дүртөйлө—Бөрө автомобиль юлдары үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 56 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп бар. Дүртөйлө ҡалаһында крайҙы өйрәнеү музейы, Ш.Бабичтың музейы (Әсән ауылы), 27 дөйөм китапхана, 68 клуб учреждениеһы эшләй.

Урыҫ һәм татар телдәрендә аҙнаһына 3 һан «Юлдаш - вести» / «Юлдаш», айына 1 һан башҡорт телендә «Аҡ шишмә» газетаһы сығарыла. Тираж – 11 130.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Вилданов Айрат Ғилфан улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2018)
  13. Гусманов Назих Минниханович – биография. «Viperson» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018)
  16. МБУ Кугарчинская ЦБС Краеведческий проект: «Шагит Худайбердин. Республиканская премия. Лауреаты» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2019)
  17. Глава Дюртюлинского района Башкирии Ринат Хайруллин ушел в отставку. ИА «Башинформ», 20 февраля 2019 (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
  18. Башҡорт энциклопедияһы — Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]