Әсән (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әсән
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Әсән ауыл Советы (Дүртөйлө районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Әсән ауыл Советы (Дүртөйлө районы) һәм Бөрө өйәҙе
Халыҡ һаны 1479 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452315
Карта

Әсән (рус. Асяново) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1479 кеше[3]. Почта индексы — 452315, ОКАТО коды — 80224807001.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1735 йылдың 24 майында Өфө провинциаль канцелярияһының указы буйынса хәҙерге Дүртөйлә районының Әсән ауылы ерҙәренә, аҫаба башҡорттар менән бергә ерҙе файҙаланыу хоҡуғы менән, типтәрҙәр (ерһеҙ башҡорттар) индерелә. Указда ауылға мишәрҙәрҙең индерелеүе тураһында ла юлдар бар. Әммә мишәрҙәр үҙҙәре: "Был ерҙәргә бер ниндәй хоҡуҡтарыбыҙ ҙа юҡ, ата-олатайҙарыббыҙҙың был ерҙәргә ҡасан килеп төпләнеүе тураһында белмәйбеҙ," — тип белдерә[4].

1795 йылда Әсән ауылында 258 типтәр йәшәй.1816 йылда 316 типтәр, тағы 70 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә 476 типтәр һәм 78 мишәр иҫәпкә алына. 1920 йылдағы тәүге совет рәүизе ауылда 1590 типтәрҙең йәшәүен теркәй. 1843 йылда 94 ихатала йәшәгән 494 кешегә 500 дисәтинә һөрөнтө ер, 400 дисәтинә сабынлыҡ, 495 ат, 584 һыйыр, 260 һарыҡ, 254 кәзә тура килә[4].

Әсән ауылы бөйөк башҡорт шағиры, үҙ халҡының азатлығы өсөн йәнен аямаған көрәшсе, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы Шәйехзада Бабичтың (1895 — 1919) тыуған ауылы. Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир Бабичев — Ҡаңлы улусы Көйөк түбәһенең аҫаба башҡорто, 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам-хатибы булараҡ күсерелә. Бабичевтарҙың нәҫел шәжәрәһе лә билдәле: Бабич — Мөхтәр (1742 —1822) поход есаулы Ишбулды (1778 — 1814) — указлы мулла Ғилуан, 1812 й. т. — Мөхәмәтзакир (1847 — 1922) — Шәйехзада (1895 — 1919)[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1479 701 778 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 129 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]