Етембәк
Ауыл | |
Етембәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Етембәк (рус. Зитембяк) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 195 кеше булған[1]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810008.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Етембәк — аҫаба башҡорттарҙың Базы йылғаһы буйында урынлашҡан ауылы. 1795 йылдағы V рәүиздә унда 56 башҡорт һәм рәүиз үткәрелер алдынан ғына ауылға индерелгән 2 типтәрҙең йәшәүе теркәлә (типтәрҙәр һәм припущенниктар — теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар). 1859 йылдағы рәүиздә ауылда 187 башҡорт һәм 26 типтәр йәшәй. 1920 йылда үткәрелгән тәүге совет рәүизе ваҡытында 85 ихатала йәшәгәндәрҙең барыһы ла башҡорттар тип таныла[2].
1843 йылда 92 башҡортҡа 216 ат, 222 һыйыр, 98 һарыҡ тура килә. Уларҙың 216 дисәтинә һөрөнтө ере, бер тирмәне була. Умартасылары 16 солоҡ, 36 умарта тота. 1870 йылда ауылда мәсет булмай, 11 типтәр (2 ихата) 9 ат, 7 һыйыр, 3 һарыҡ һәм 1 кәзә аҫырай[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 195 | 96 | 99 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 23 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шишмә): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 144 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зыя Мансур (17.12.1916 — 11.11.1965), Татарстанда ижад иткән журналист һәм шағир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Йыһангирова Нәфиса Мансур ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Мансурова; 1923—19.02.2012), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғыш алдынан һәм һуғыштан һуң райондың «Ярыш» (хәҙерге «Юлдаш») гәзите хеҙмәткәре, урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[3].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД АГИДЕЛЬ РБ. Литературная карта города. Зиянгирова Нафиса Мансуровна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2023)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |