Эстәлеккә күсергә

Үрге Ҡарғауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Ҡарғауыл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°27′27″ с. ш. 54°44′01″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 807 002

ОКТМО коды

80 624 407 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Ҡарғауыл (Рәсәй)
Үрге Ҡарғауыл
Үрге Ҡарғауыл
Үрге Ҡарғауыл (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Ҡарғауыл

Үрге Ҡарғауыл (рус. Верхнекаргино) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 36 кеше[1]. Почта индексы — 452315, ОКАТО коды — 80224807002.

1795 йылдағы V рәүиз материалдарында X кантондың 10-сы йорто составындағы Йәлдәк улусының Сарым түбәһенә ҡараған Үрге Ҡарғауыл ауылында тик бер генә милләт вәкилдәре — аҫаба башҡорттарҙың (100 кеше) йәшәүе теркәлә. 1834 йылғы VIII рәүиз документтарында ауылда 302 башҡорттоң йәшәүе билдәләнә[2][3]. Ауылға типтәрҙәрҙең ҡасан индерелеүе теүәл генә билдәле түгел. Улар 1748 йылдағы һәм 1762 йылдағы рәүиздәр араһында килеп төпләнгән булырға тейеш.

1843 йылда 182 башҡортҡа 480 бот ужым, 552 бот яҙғы иген сәселә. Ауыл халҡы 116 ат, 131 һыйыр, 140 һарыҡ, 54 кәзә аҫырай[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 36 14 22 38,9 61,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 10 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әсән): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 131 км
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  3. 3,0 3,1 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.