Үрге Әлкәш
Ауыл | |
Үрге Әлкәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үрге Әлкәш (рус. Верхнеалькашево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 109 кеше[1]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарьяз йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Әлкәш ауылы элек Йылан ырыуының аҫаба башҡорто Араптандың исеме менән Араптан тип аталған була. 1834 йылдағы рәүиздә уның улы Әнүәр Араптанов (1764-1831 йй.) теркәлә. Әнүәрҙең улдары; Миңлеғафар (1789 й. т., уның улы Абсаттар), йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән Әхмәҙей Араптановтар. Шул уҡ рәүиздә Әүҙийәровтарҙың ҡарт олатаһы башҡорт Әүҙиәр Әббәсов та (1765 й. т.) иҫәпкә алына[2].
Әлкәш — антропоним. 1739 йылдың 25 июлендә тултырылған документта аҫаба башҡорттарҙың яһаҡ татарҙарын, йылына 5 һыуһар һәм 1,5 батман бал биреү шарты менән, үҙҙәренең Ҡыр-Ҡаңлы (Ҡаңлы) улусындағы аҫаба ерҙәренә индереүҙәре тураһында килешеү төҙөлә. Килешеү тексынан күренеүенсә, Әлкәштең улдары Йылан улусындағы Әлкәш ауылынан Ҡыр-Ҡаңлы улусына күсенеп төпләнә. Тимәк, XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Араптан ауылы Әлкәш ауылы тип атала башлай, әммә йәйәләр эсенә мотлаҡ ауылдың тәүге атамаһы яҙыла[2].
1870 йылда бер генә Әлкәш (Араптан) ауылы була. ХХ быуатта төп ауыл Үрге Әлкәш, ә яңы хасил булған ауыл Түбәнге Әлкәш тип атала. 1920 йылда үткәрелгән тәүге рәүиз материалдарында шул атамалар менән теркәлә. 1739 йылғы килешеүҙә аҫаба башҡорттар үҙ ауылдарына индергән яһаҡ татарҙары күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, 1762 йылғы рәүиздә бер генә ерһеҙ башҡорт та (припущенник) иҫәпкә алынмай. 1774 йылда Йылан улусы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә ауылға типтәрҙәр индерелә[2].
1795 йылғы рәүиздә Араптан (2 ихатала 18 башҡорт, 5 ихатала 40 типтәр) һәм Әлкәш (4 ихатала 32 типтәр) айырым иҫәпкә алына. Ә 1816 йылда был ауылдар Әлкән (Араптан) исеме аҫтында бер ауыл булараҡ теркәлә. VIII рәүиз унда 20 башҡорт, 220 типтәр йәшәүен теркәй. Был факт 1774 йылдан һуң да ауылға типтәрҙәр индерелеүен раҫлай. 1859 йылдағы Х рәүиз мәғлүмәттәре: 7 ихатала 34 башҡорт һәм 65 ихатала 343 типтәр теркәлә. 1870 йылдағы рәүиздә ауыл халҡы тулыһынса (411 кеше) башҡорттар тип теркәлә. Ауыл элеккесә Әлкәш (Араптан) тип атала. Ә 1920 йылда ике ауыл айырым теркәлә: Үрге Әлкәштә (Араптан) 67 ихатала 341 башҡорт һәм Түбәнге Әлкәштә 88 ихатала 444 башҡорт йәшәүе теркәлә[2].
1843 йылда Араптан ауылындағы 4 ихатала йәшәгән 20 башҡорттоң 19 аты, 22 һыйыры, 5 һарығы, 8 кәзәһе була. 38 ихатала йәшәгән 220 типтәр 184 ат, 168 һыйыр, 142 һарыҡ, 76 куәзә аҫырай. Башҡорттар 96 бот ужым һәм 160 бот яҙғы иген сәсә (типтәрҙәр буйынса мәғлүмәттәр юҡ). Ауылда тирмән була. 1870 йылда берләшкән ауылда 8 һыу тирмәне эшләй[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 109 | 57 | 52 | 52,3 | 47,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Исмаил): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 144 км
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Eldeak. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13, часть. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.