Исмаил (Дүртөйлө районы)
Ауыл | |
Исмаил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Исмаил (рус. Исмаилово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2081 кеше[1]. Почта индексы — 452301, ОКАТО коды — 80224810001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Рәсәй империяһы заманында Йылан улусына ҡарай, һәм ауылға нигеҙ һалыусының кем булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Әммә 1704 -1711 йылдарҙа Йылан улусында барған ихтилалда мулла Исмаилдың баш күтәргән башҡорттарҙың етәксеһе булыуы билдәле. Тап уны ауылға нигеҙ һалыусы булараҡ танырға булалыр. Башҡорт Әбделлатиф Сөйөшев (Дауыттың улы) 1812 йылғы Ватан һуғышында 10-сы башҡорт полкы составында ҡатнаша[2]. Уның улы — Әбделғәлим.
1795 йылда үткәрелгән V рәүиздә 20 ихатала 156 башҡорт, 10 ихатала 87 типтәр һәм 1 ихатала 11 мари кешеһенең йәшәүе теркәлә. 1773 йылда ауылға типтәрҙәр индерелә, ә мишәрҙәр, шул уҡ йылда башҡорттарҙан ер һатып алып, килеп төпләнә. Удмурт милләтенән булған типтәрҙәр 1789 йылда партикуляр (шәхси) килешеү нигеҙендә башҡорт ерҙәренә индерелә. 1816 йылғы рәүиздә был тораҡ пунктында 204 башҡорт, 116 мишәр, 106 типтәр, 74 удмурт типтәрҙәренең йәшәүе иҫәпкә инә. 1859 йылда 66 ихатала 403 башҡорт, 79 ихатала 415 ерһеҙ башҡорт (припущенник) йәшәй. 1870 йылда ауыл халҡының һаны 877 кеше була. 1920 йылғы тәүге совет рәүизе материалдарында бер-береһенән 1 саҡрым арала ятҡан ике ауыл күрһәтелә: 1-се Исмаилда башҡорттар, 2-се Исмаилда типтәрҙәр йәшәй. 473 ихатала 1115 ир-егет һәм 1200 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. Биш йылдан һуң башҡорттарҙың 197 , ә типтәрҙәрҙең 228 хужалығы булыуы күрһәтелә[3].
1843 йылда 293 башҡортҡа 840 бот ужым һәм 1312 бот яҙғы иген сәселә. 162 мишәрҙең һәр береһен 4,8 бот ужым һәм 4,4 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда йәшәгән 614 кеше 434 ат, 460 һыйыр, 407 һарыҡ, 142 кәзә аҫырай. 111 умарта тотола. Ауылда мәсет һәм тирмән була[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 2081 | 991 | 1090 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбделатиф Сөйөш улы Дауытов — 10-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 3,0 3,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Исмаил (Дүртөйлө районы)
төшөрмәләре өсөн текст юҡ