Күкҡуян
Ауыл | |
Күкҡуян | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Күкҡуян (рус. Куккуяново) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 708 кеше[1]. Почта индексы — 452312, ОКАТО коды — 80224813001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1713 йылдың 23 мартында Йәлдәк улусы башҡорттары менән килешеү буйынса мишәрҙәр ауылға нигеҙ һала. 1816 йылда ауылда 250 мишәр, 1834 йылда — 275, 1859 йылда — 558, 1870 йылда — 594, 1920 йылда 1353 мишәр йәшәй[2].
1843 йылда 37 ихатала йәшәгән 275 кешегә 500 дисәтинә һөрөнтө ер, 1000 дисәтинә сабынлыҡ, 50 дисәтинә урман, һәр кешегә 12,9 бот сәселгән иген тура килә. Улар 321 ат, 290 һыйыр, 165 һарыҡ, 290 кәзә аҫырай. Ауылда 60 умарта була. Мәсет эшләй[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 708 | 353 | 355 | 49,9 | 50,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы (5.10.1933—4.07.1996), ғалим, физик-географ, юғары мәктәп вҡытыусыыһы. География фәндәре кандидаты (1963), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)[3].
- Арыҫланова Индүсә Әмир ҡыҙы (25 февраль 1941 йыл) — ашнаҡсы, башҡорт аш-һыуы пропагандисы, Башҡортостан Республикаһының туҡланыу сәнәғәте буйынса алдынғы белгестәренең береһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (), Рәсәй мастер-ашнаҡсыһы (2016), «Алтын торна» милли премияһы лауреаты ().
- Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (23 декабрь 2014 йыл — 7 июль 2010 йыл). 1914 йылдың 23 декабрендә хәҙерге Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылында тыуған. Бөрйән районының мәғариф ветераны. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944).
- Күкҡуян // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018)