Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы
Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
уҡытыусы |
Наградалары һәм премиялары |
БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы |
Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (23 декабрь 2014 йыл — 7 июль 2010 йыл) — Бөрйән районының мәғариф ветераны. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы Ғүмәрова 1914 йылдың 23 декабрендә хәҙерге Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылында тыуған. Бала сағы ауыр йылдарға тура килә.
Урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Мәсхүҙәгә ярты йәш тулғас, атаһы һуҡыр булыу сәбәпле, әсәһе уны үҙенең тыуып үҫкән ауылы Түбәнге Аташҡа атаһына алып ҡайта. Бер йыл үткәс, ҡыҙҙы атайы ҡулында ҡалдырып, үҙе тормошҡа сыға. Оҙаҡламай әсәһе лә фани донъяларҙы баҡыйлыҡҡа алмаштыра.
Бәлә ише менән йорой, тигәндәре раҫтыр — балаға 5 йәш тулғанда олатайы ла үлеп ҡала — ҡыҙ оләсәй ҡулында ҡала.1921 йылғы аслыҡта күҙ терәп торған кешеһе — ҡурсалаусы-аяусы оло йөрәкле кеше — өләсәһе лә үлә. Олатаһының ҡустыһы етем баланы үҙенә ҡарарға ала. Шул бабайы тәрбиәләп үҫтерә лә инде ҡыҙҙы.
Мәсхүҙә уҡыуға шул тиклем сос була: беренсе класта ярты йыл уҡығас, уны икенсе класҡа күсерәләр. Ошо уҡ хәл өсөнсө класта ла ҡабатлана — ярты йылдан уны дүртенсе класҡа күсерәләр. Шулай итеп, 1928 йылда Мәсхүҙә Түбәнге Аташ башланғыс мәктәбен тамамлай.
1929 йылда, бөтә ғаиләләре менән колхозға инеп, ике йыл колхозда эшләй, ләкин ҡыҙ баланың белемгә ынтылышы юғалмай. 1931 йылда Өфө Башпедтехникумына уҡырға инә. Өс йыл уҡып, 1934 йылда техникумдың химия-биология бүлеген тамамлап сыға.
1934—1935 уҡыу йылында Башнаркомпрос тәғәйенләүе буйынса Борай районы Салҡаҡ тулы булмаған урта мәктәбендә башҡорт теле, география фәндәрен уҡыта. 1935 йылдың көҙөндә Борай районының юлламаһы буйынса Башҡорт дәүләт пединститутының (хәҙерге БДУ) география факультетының беренсе курсына уҡырға инә.
Унда йыл ярым уҡығас, бер яҡтан да матди ярҙам булмау сәбәпле, 1936—1937 уҡыу йылының ғинуар каникулынан һуң ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Малаяҙ (Салауат) районына уҡытырға китә. 1937 йылдың февраль айынан башлап шул райондың Тирмән урта мәктәбендә башланғыс кластарҙа ваҡытлыса уҡытыусы булып эшләй башлай.
Уҡыу йылы бөтөү менән Өфөгә ҡайта һәм Башнаркомпроста Бөрйән районы мәғариф бүлеге мөдире Әхмәтов ағайҙы осрата. Ул районға уҡытыуылар һорап килгән була. Бөрйәнде маҡтап, ялан ҡыҙын әүрәтеп, таулы-урманлы яҡҡа алып ҡайта.
1937 йылдың 1 октябренән башлап Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы яҙмышын бөтөнләйгә Бөрйән менән бәйләй. 1938 йылда Бөрйән егете Заманов Хәләф Әбүзәр улына кейәүгә сыға. Күп тә үтмәй, Хәләф Әбүзәр улы армияға алына. Ул хеҙмәт иткән осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. 1940 йылда тыуған ҡыҙҙары Тамара атаһын тик 6 йәшендә, 1946 йылда ғына күрә ала.
Яңғыҙ ҡалған йәш уҡытыусы бөтә көсөн яратып һайлаған һөнәренә бирә. Данлы-шанлы йылдарҙы иҫенә төшөргәндә, Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы ошоларҙы бәйән итә:
«Мин үҙемдең хеҙмәт юлымды 1937 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып башланым. Ул мәктәп 7 йыллыҡтан урта мәктәпкә әйләнгән йыл ине. Һуғыштан алда, 1940 йылда тәүге сығарылыш уҡыусыларына аң-белем биреүҙә ҡатнаштым. Был осор илебеҙҙе тулыһынса индустриялаштырыу йылдары булды. Уҡыта башлауымдың тәүге йылында уҡ халыҡ араһында аңлатыу, агитация-масса эшенә ихлас тотондом.
1937 йылда СССР Юғары Советына һайлауҙарға әҙерлек эшендә бөтә көстө һалып, тырыштым, сөнки һайлауҙар күптәр өсөн яңылыҡ һәм айырыуса ҡыҙыҡ була торғайны. 1939 йылда үткәрелгән Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуым да бөгөнлөләй хәтеремдә. Хөкүмәтебеҙ наҙанлыҡты бөтөрөү маҡсатында сығарған ҡарарҙарын беҙ, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, шатланып ҡаршы алдыҡ. Эштә лә һынатманыҡ. Миңә өлкән быуын кешеләрен уҡырға һәм яҙырға өйрәтергә тура килде. Һәр сәғәт, һәр минут ҡәҙерле булды ул саҡта. Иртә менән балалар уҡытырға китәһең, ә кистәрен ололар янына ашығаһың. Бер үк ваҡытта халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк.
Ҡәһәрле һуғыш башланғас, тәжрибәле, өлкән йәштәге ир уҡытыусылар фронтҡа китте. Был йылдар һәр берең ҡырҡҡа ярылып эшләр саҡ ине. 1943—1944 уҡыу йылында Байназар урта мәктәбендә директор ҙа, район мәғариф бүлегендә педкабинет мөдире лә булып эшләнем.
Һуғыш осоронда уҡытыусылар етешмәне. 8-9 классты тамамлаусыларҙы уҡытыу эшенә йәлеп итергә тура килде. Ҡыҫҡа сроклы курстарҙа уларҙы методик яҡтан әҙерләү эшенә етәкселек ителде. Бынан тыш йәш уҡытыусыларҙың артабан һөнәри белем алыуҙарын да, ситтән тороп уҡыуҙарын да күҙ уңынан ысҡындырылманы.
Уларҙың күбеһе педучилище, уҡытыусылар институтын тамамлап, профессиональ уҡытыусы булып китте. Районыбыҙҙа мәғариф кадрҙары әҙерләү эшендә үҙемдең дә бер аҙ хеҙмәтем барлығына мин бик шатмын».
Башҡортостан Хөкүмәте, Бөрйән районы мәғариф бүлеге Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙының ауыр йылдарҙағы хеҙмәтен юғары баһалай: БАССР Юғары Советы президиумының 1944 йылдың 20 мартындағы Указы менән уға «БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.
1944—1948 йылдарҙа Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы Иҫке Собханғол мәктәбендә директор урынбаҫары һәм география уҡытыусыһы булып эшләй. 1948—1949 уҡыу йылынан башлап пенсияға сыҡҡансы ошо мәктәптә өҙлөкһөҙ география уҡытыусыһы була. Юғары исеменән тыш ул «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Бер өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы өсөн» миҙалдарына лайыҡ.
Ғәиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше Заманов Хәләф Әбүзәр улы менән өс ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр. Бишеһенә лә юғары белем бирәләр. Улдары инженер һөнәрен һайлаһа, өс ҡыҙы ла, әсә юлын ҡыуып, уҡытыусы һөнәрен ала. Һәммәһе лә мәғариф отличниктары.
Ирек Өфө нефть институтын тамамлаған. Бөгөлмә ҡалаһындағы «Татнефть» эксперименталь заводының цех начальнигы. Кинйә улдары Фәрит Өфө авиация институтын тамамлаған. Нефтекама ҡалаһында вице-мэры булып хаҡлы ялға сыға.
Оло ҡыҙы Тамара Заманова (Агишева) 1957 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлап, Өфөләге 1 -се педучилищеға уҡырға инә. Уны тамамлағас, ситтән тороп Ульяновск пединститутында уҡый. Тормош иптәше Факил Агишев менән сит илдә өс йыл йәшәгәс, Өфөгә ҡайтып төпләнәләр.
1981 йылдан 1999 йылға тиклем Тамара Хәләф ҡыҙы Өфөнөң 1-се педколледжында эшләй. Уның педстажы 40 йыл. Хеҙмәт ветераны, «БР мәғариф отличнигы» исемен йөрөтә. Улдары Камил Агишев авиация институтын тамамлаған.
Икенсе ҡыҙҙары Роза ла әсәһенең һәнәрен дауам итеүсе. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның сит телдәр факультетына уҡырға инә. 1972 йылдан 2006 йылға тиклем Байназар урта мәктәбендә балаларға белем бирә.
Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп грамоталар менән бүләкләнә. «БР мәғариф отлич¬нигы» исемен йөрөтә. Роза Хәләф ҡыҙының педагогик эш стажы 35 йыл. Ул өс ул тәрбиәләй. Тимур СиБДУ-ны, Дамир БДУ-ны, ә Артур СиБДУ-ның музыка факультетын тамамлаған
Өсөнсө ҡыҙы — Заманова Гөлсөм Хәләф ҡыҙы 1966 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай. Стәрлетамаҡ пединститутының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай. Ул Өфө ҡалаһында уҡыта, методист булып эшләй. Тормошҡа сыҡҡас, Бөрйәнгә ҡайтып уҡыта башлай. 1979—1985 йылдарҙа мәғариф бүлегендә методист эшен башҡара, аҙаҡтан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә, пенсияға сыҡҡансы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Гөлсөм Хәләф ҡыҙының хеҙмәтен юғары баһалап, уға «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә. Уның педагогик эш стажы 35 йыл. Ул бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙы Әлиә лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. БДПУ-ның педагогика һәм психология факультетын тамамлап, Өфөлә балалар баҡсаһында психолог булып 3 йыл эшләгән. Әлеге көндә бәлиғ булмаған балалар эше буйынса инспектор. Үрҙә телгә алынған бер нәҫел уҡытыусыларҙың дөйөм педагогик стажы 145 йыл.
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (БАССР Юғары Советы президиумы указы 20.03.1944, № 94/26).
- «1941-1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (СССР Юғары Советы президиумы указы 06.06.1945, Е № 0083875).
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
- «Өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы өсөн» миҙал.
- Икенсе дәрәжә Әсәлек миҙалы (17.02.1955).
- Башҡорт АССР-ы Бөрйән район хеҙмәтсәндәр депутаттарының Советының 3-сө һәм 7-се саҡырылыш депутаты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы танытмаһы (БАССР Юғары Советы президиумы указы 20.03.1944, № 94/26).
- «1941-1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы танытмаһы (СССР Юғары Советы президиумы указы 06.06.1945, Е № 0083875).
- Бөйөк Ватан һуғышы ветераны танытмаһы (Серия ВВ № 323283)