23 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
23 декабрь | |
![]() |
23 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 357-се көнө (кәбисә йылында 358-се). Йыл тамамланыуға 8 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Япония: Императорҙың тыуған көнө.
Рәсәй: Хәрби-Һауа Көстәренең Алыҫ араларға осоусы авиацияһы көнө.
Украина: Штаб хеҙмәткәрҙәре һәм махсус элемтә ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1876: Ғосман империяһының беренсе конституцияһы ҡабул ителә.
- 1900: Канада уйлап табыусыһы Реджинальд Фессенден донъяла беренсе тапҡыр тауышлы радиотапшырыу сеансы үткәрә.
- 1904: Вильнюста литва телендәге беренсе легаль гәзит «Вильняус жиниос» («Вильнюс хәбәрҙәре») сыға башлай.
- 1947: Беренсе транзисторҙың эшләүе күрһәтелә.
- 1994: Молдова республикаһы составындағы Гагаузия автономиялы территораль берәмеге хаҡында рәсми указ баҫыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Конарев Василий Григорьевич (1915—27.12.2006), ғалим-генетик, биохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан Биология институтының биохимия лабораторияһы мөдире, институт директоры, 1962 йылдан — Биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биохимия кафедраһы мөдире. 1966 йылдан Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы (ВАСХНИЛ) академигы (1978), биология фәндәре докторы (1955), профессор (1956). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Чухарев Александр Иванович (1915—2.03.2007), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1961). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан осоусы, штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Әхтәмова Ләйлә Абдрахман ҡыҙы (1915—14.03.1986), театр актёры. 1957 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1935—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969). Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Тимербаев Роберт Ғәфүр улы (1960), композитор, баянсы. 1999—2015 йылдарҙа «Фәриҙә менән Роберт Тимербаевтар» ижади төркөмөнең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Анапин Игорь Борисович (1960), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Зинковский Евгений Валерьевич (1960), ветеран-спортсы, тренер. 1982—1986 йылдарҙа хәҙерге бишбәйге буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, 2006 йылдан Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр республика спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәрифйәнов Вадим Рим улы (1975), хоккейсы. «Салауат Юлаев» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Үҫмерҙәр араһында БДБ чемпионы (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Устюгов Николай Владимирович (1896—24.12.1963), СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1957), профессор (1959). Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры.
- Баһаманов Камил Шакир улы (1916—28.10.1998), ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1963). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғабдулла Амантай (1907—10.07.1938), шағир, яҙыусы, фольклорсы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1926 йылдан — ВКП(б), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Шелепова Нина Александровна (1922—2007), ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Благовещен районы Димитров исемендәге колхоздың элекке баш агрономы. Башҡорт АССР-ының IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1955-1959). Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы.
- Неверов Анатолий Александрович (1937), хеҙмәт ветераны. 1983—2005 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәйнан Мөхәмәт Сафа (1898—9.01.1984), дин әһеле. 1967—1984 йылдарҙа Токио йәмиғ мәсетенең имам-хатибы.
- Миролюбов Серафим Николаевич (1913—10.01.1998), нефть сәнәғәте алдынғыһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1976).
- Бенин Лев Аронович (1928—30.12.2012), актёр. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1953—1996 йылдарҙа Өфөләге Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1981). Бөтә Рәсәй театр фестивале лауреаты (Өфө, 1957). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Куликов Павел Александрович (1904—1970), шағир, журналист. 1930—1943 йылдарҙа «Советская Башкирия» (хәҙер «Республика Башкортостан») гәзите хеҙмәткәре. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (2014—7.07.2010), Бөрйән районының мәғариф ветераны. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944).
- Богин Георгий Исаевич (1929—10.10.2001), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы, филолог. 1958—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты инглиз теле кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1966), филология фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999).
- Хәйруллин Йәүис Йәмиғнур улы (1939), сауҙа тармағы ветераны. 1980—2000 йылдарҙа Кушнаренко районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең әҙерләүҙәр контораһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
- Камалов Тальвик Богдан улы (1949), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1971—1997 йылдарҙа Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡтағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең физик культура уҡытыусыһы, артабан район хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1970). Сығышы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1777: Александр I, Рәсәй императоры.
- 1799: Карл Павлович Брюллов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1804: Шарль Огюстен де Сент-Бёв, Францияның әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе.
- 1805: Джозеф Смит, Американың дин эшмәкәре.
- 1858: Владимир Иванович Немирович-Данченко, драматург һәм режиссёр, СССР-ҙың тәүге халыҡ артистарының береһе (1936).
- 1874: Екатерина Корчагина-Александровская, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
- 1919: Харис Яҡупов, рәссам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980), Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1958).
- 1929: Чет Бейкер, Америка джаз музыканты.
- 1934: Наталья Фатеева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1939: Вячеслав Куприянов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, тәржемәсе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1907: Пьер Жюль Сезар Жансен, Франция астрономы.
- 1953: Лаврентий Берия, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1972: Андрей Николаевич Туполев, СССР авиаконструкторы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]