8 июнь
8 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
8 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 159-сы (кәбисә йылында 160-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 206 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2023 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Ер: Океандар көнө.
- Саң һурҙырғыстың тыуған көнө.
- Баш мейеһе шештәре менән көрәш көнө.
- Йорт хужаһы һәм хужабикә көнө.
- Серле билдәләр, юрау һәм күрәҙәлек көнө.
Милли
АҠШ: Яҡшы дуҫтар көнө.
Төбәк байрамдары
Карелия: Республика көнө.
Перу: Инженерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1824: Кер йыуыу машинаһына патент алына.
- 1869: АҠШ-та саң һурҙырғысҡа патент алына.
- 1940: Химик элементтарҙың периодик таблицаһында 93-сө булып теркәлгән нептуний элементын асыу тураһында иғлан ителә.
- 1946: Журналистарҙың Копенгагенда уҙған бөтә донъя конгресында Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы төҙөлө.
- 1966: СССР-ҙа Тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәте ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Серавкин Игорь Борисович (1935), ғалим-инженер-геолог. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Геология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһының өлкән лаборанты, 1971 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — палеовулканология һәм металлогения лабораторияһы мөдире, 2009 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Сығышы менән Воронеж ҡалаһынан.
- Ерёмин Николай Александрович (1940), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960—1989 йылдарҙа Кушнаренко районының Чеверёв исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөлөков Имаметдин Ғилметдин улы (1921—2011), мәғариф, матбуғат, партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Худяков Александр Дмитриевич (1921—14.11.2018), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусы. 1961—1981 йылдарҙа «Сельхозтехника»ның Балаҡатай район берекмәһе етәксеһе. I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) һәм III дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Ғүмәрский Хәким Хәсән улы (1946), хеҙмәт ветераны, нефть һәм газ сығарыу тармағы эшмәкәре, ғалим-тау инженеры, йәмәғәтсе. 1985 йылдан «Нижневартовскнефть» йәмғиәте бүлендек предприятиеһының генераль директоры; 1996 йылдан Мәскәүҙәге Көнсығыш нефть компанияһының вице-президенты; 1997 йылдан Төмән нефть компанияһының 1-се вице президенты; 1999 йылдан «Нефтеотдача» Рәсәй тармаҡ-ара фәнни-техник комплексы фәнни-технологик компанияһының вице президенты, 2000 йылдан — президенты, 2005 йылдан «Газнефтепром» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1986). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Нелли Васильевна (1946), музыка белгесе, фольклорсы, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
- Кәримов Рауил Абдулла улы (1946—24.08.2020), педагог. 1977—2012 йылдарҙа Өфөләге 42-се урта мәктәп һәм хәҙерге 42-се лицей директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Толокнов Борис Андреевич (1922—2.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының полемёт ротаһы командиры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Михайловка ауылынан.
- Кулеша Вадим Анатольевич (1932—7.03.2011), ғалим-инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1978—2000 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының генераль директоры. РСФСР-ҙың 12‑се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2000). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған металлургы (1981). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976) кавалеры.
- Әхмәтшин Ғабдулла Зәкәриә улы (1952), педагогик хеҙмәт һәм сәнғәт ветераны. Благовещен балалар сәнғәт мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Усманов Йософ Абдрахман улы (1903—1.02.1993), агрохимик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1968), профессор (1961). 1950—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрохимия кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың (1971) һәм БАССР‑ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылынан.
- Әхмәҙиев Тамимдар Хажғәли улы (1923—2001), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). III дәрәжә Дан (1944) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (1923—16.08.2010), энергетик, 1938—1984 йылдарҙа «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Өфөләге 2‑се ТЭЦ‑ының өлкән электромонтёры, 1957 йылдан — өлкән мастеры, 1968 йылдан — электр цехы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983).
- Явнов Павел Викторович (1928—3.08.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1967—1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозы (2004 йылдан Явнов исемендәге хужалыҡ) рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән шул уҡ райондың Марьевка ауылынан.
- Фәрхетдинов Хәлил Хәйри улы (1948), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-майор. 1998—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының бүлек мөдире. «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм «Шәхси батырлығы өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтов Спартак Ғәли улы (1949), СССР һәм Рәсәйҙең партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. 1992—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2007—2011). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Дуҫлыҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы.
- Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (1969), ғалим-журналист, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1625: Джованни Кассини, Италия астрономы, Париж Фәндәр академияһы академигы.
- 1810: Роберт Шуман, Германия композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1867: Фрэнк Ллойд Райт, АҠШ-тың новатор архитекторы.
- 1920: Иван Кожедуб, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, истребитель, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Гурий Марчук, ғалим-математик, физик һәм геофизик, 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы президенты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- 1955: Тим Бернерс-Ли, Бөйөк Британия ғалимы, Бөтә Донъя Селтәрен уйлап сығарыусы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1996: Абдуллин Мансур Иҙиәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]