1 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
1 май — григориан стиле буйынса йылдың 121-се (кәбисә йылында 122-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 244 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1840: Британияла донъялағы тәүге почта маркалары һатыуға сығарыла.
- 1890: Европаның бер нисә илендә эшселәр тәүге тапҡыр 1 Май байрамын билдәләй.
- 1930: Ҡояш системаһының 18 февралдә асылған туғыҙынсы планетаһы Плутондың рәсми атамаһы иғлан ителә.
- 1930: Хәҙерге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты асыла.
- 1935: Бөрйән районының бөгөнгө «Таң» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Берлиндағы рейхстаг түбәһенә Еңеү байрағы ҡаҙала.
- 1960: Свердловск ҡалаһы янында АҠШ-тың пилоты Фрэнсис Пауэрс булған разведка самолёты бәреп төшөрөлә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тимер Арыҫлан (1915—19.03.1980), шағир. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Әхмәҙиев Аҙһар Мөхәмәтша улы (1915—17.06.2007), тренер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1966 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1967), Бөтә Союз (1964) һәм республика (1955) категорияһындағы судья, СССР-ҙың почётлы судьяһы (1979). 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Сарман районы Сарман ауылынан.
- Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы (1930), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр шағир һәм рәссам. Донъяла ҡурайға ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (1998).
- Резеда Вәлиева (1930), Татарстандың балалар яҙыусыһы, шағир, йыр текстары авторы, тәржемәсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999). 1934—1957 йылдарҙа Ҡыйғы һәм Салауат райондарында мәктәп директор булған ике Ленин орденлы Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улының ҡыҙы.
- Дауытов Зиҡаф Нәби улы (1935—4.01.2020), хеҙмәт алдынғыһы. 1954—1998 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы эшсеһе, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән оператор, 1986—1988 йылдарҙа өлкән мастер. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Бәҙрәш ауылынан.
- Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы (1935), инженер-металлург, йәмәғәтсе, ҡурайсы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Панов Александр Константинович (1940—2801.2015), ғалим-инженер-механик. 1975 йылдан Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан — нефтехимия заводтарының ҡорамалдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Стәрлетамаҡ филиалының баш ғилми хеҙмәткәре, 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының Стәрлетамаҡтағы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
- Искаков Борис Александрович (1945), инженер-химик, хужалыҡ эшмәкәре. Стәрлетамаҡтағы «Синтезкаучук» берекмәһенең изопрен производствоһының элекке етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы.
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1950), ғалим-тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2008—2017 йылдарҙа — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Канапацкий Александр Яковлевич (1955), ғалим-философ. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогика һәм психология кафедраһы, 1998 йылдан — музыка кафедраһы, 2006 йылдан — психология кафедраһы мөдире. 2009—2017 йылдарҙа Мәскәү Психология институты һәм Мәскәү дәүләт һәм муниципаль идара итеү институты уҡытыусы. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһы Минск өлкәһенең Червень районы ҡала тибындағы Смиловичи ҡасабаһынан.
- Фазуллин Йыһанур Йосоп улы (1955), ғалим-математик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы. Физика‑математика фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1911—20.09.1999), педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
- Бәкеров Мират Самиҡ улы (1931—30.12.2007), инженер-химик технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1970 йылдарҙа Өфө химия заводының баш инженеры, 1970—1972 йылдарҙа — директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың почётлы (1971) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1968) химигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Зиннәт Вәли улы (1902—16.05.1997), әкиәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы (1922—10.07.2005), ғалим-патологоанатом, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1977). 1976—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Моисеева Зоя Николаевна (1927-2012), табип-терапевт, 1954—1983 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Аҡҡулов Хәйҙәр Әбделхәй улы (1932), «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционер йәмғиәтенең торлаҡ-коммуналь идаралығында слесарь-ремонтсы булып эшләгән хеҙмәт ветераны, Ленин ордены кавалеры.
- Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1932—3.03.2019), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, СССР-ҙың нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт комитетының 1978-1989 йылдарҙағы рәйесе, РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш һәм Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ибраһим ауылынан.
- Абдуллин Шәфәғәтулла Миңтаһир улы (1957), ветеринария врачы, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән Мәсетле районының Йыланыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Василевский Виталий Сергеевич (1908—1991), рус совет яҙыусыһы, журналист. 1943 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике II дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Медведевка ауылынан.
- Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1918—16.05.1994), совет уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Фәтҡуллин Мөхтәр Хөрмәт улы (1928), дәүләт эшмәкәре. 1979—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Мәләүез районының Сурағол ауылынан.
- Усманова Фәүзиә Усман ҡыҙы (1943), рәссам, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы (1929—13.04.2001), юғары категориялы слесарь-торбасы. 1958—1994 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Шәйнуров Фәрит Вәлинур улы (1934—12.09.1987), спортсы һәм тренер. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1968). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың бер нисә тапҡыр чемпионы, ил һәм лонъя чемпионаттарының күп тапҡыр призёры. 1959—1969 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Иҫке Илек ауылынан.
- Штейнберг Валерий Эмануилович (1944), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Термез ҡалаһынан.
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1949), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Берләҫ ауылынан.
- Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1949), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Розенцвет Виктор Александрович (1954), ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (2009). 1982—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тәжрибә—сәнәғәт нефтехимия заводының лаборатория начальнигы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Мәүлийәров Хәмит Дәүләтйәр улы (1964), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш министры урынбаҫары.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1830: Гвидо Гезелле, Бельгия шағиры, филолог.
- 1895: Николай Ежов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 2-се эске эштәр халыҡ комиссары.
- 1900: Александер Ват (төп фамилияһы «Хват»), Польша шағиры, прозаик, тәржемәсе.
- 1900: Иньяцио Силоне, Италия яҙыусыһы, сәйәси эшмәкәр.
- 1905: Александр Борисов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1951), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- 1910: Сурая Каджар, СССР һәм Әзербайжан йырсыһы.
- 1930: Рәшит Йыһаншин, СССР-ҙың ғалим-табибы, Төмән медицина институтының элекке проректоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1979).
- 1935: Вәҡиф Нуруллин, СССР яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1940: Мансур Шиһапов, СССР шағиры, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996).
- 1950: Сергей Захаров, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсы, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1996).
- 1960: Стив Котен, АҠШ жокейы.
- 1965: Ренат Ғатауллин, СССР һәм Рәсәй футболсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры.
- 1975: Светлана Чуйкина, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]