Иҫәкәй (Ишембай районы)
Ауыл | |
Иҫәкәй Иҫәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫәкәй (рус. Исякаево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 251 кеше[1]. Көҙән ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453232, ОКАТО коды — 80231850004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәүҙәк йылғаһы буйында, «Ишембай» ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[2]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 56 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Макар): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Стәрлетамаҡ): 54 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫәкәй — башлыса юрматы ҡәбиләһе башҡорттары, ҡармышевтар нигеҙ һалған тораҡ пункты. XVIII быуат башынан V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 33 йортта 123 башҡорт һәм бер ихатала 1748 йылда индерелгән 6 типтәр йәшәгәне билдәле, 1859 йылда ауылда 408 кеше һәм 35 ихата булған. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 807 кеше һәм 177 йорт хужалығы күрһәтелгән.
Халыҡ малсылыҡ, игенселек, урман кәсебе менән шөғөлләнгән, алтын рудниктарында эшләгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ 2 тимерлек һәм аҙыҡ-түлек магазины була; һөнәрҙәр араһында тирмән таштары һәм башҡа әйберҙәр яһау билдәләнгән[3]. 1839 йылда 45 йорт хужалығы һәм 293 кеше 420 ат, 448 һыйыр, 324 һарыҡ, 108 кәзәгә эйә була; 400 умарта һәм 15 солоҡ булған. XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 280 бот көҙгө ашлыҡ һәм 488 бот яҙғы ашлыҡ сәселә[4].
Ауыл халҡының береһе Дәүләткүл Йомағузин — 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм ике көмөш миҙал кавалеры, 1839 йылда әле тере була[5]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 807 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 744 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 711 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 309 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 247 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 251 | 125 | 126 | 49,8 | 50,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы (28 март 1949 йыл — 21 июль 2017 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.
- Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (28 июнь 1955 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.
- Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (24.10.1961) — башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары һәм Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы (рус. Аккулов Абдулхак Габбасович; 15 июль 1910—26 июнь 1975)[7] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында, артабан — 132-се уҡсылар дивизияһында, 1944—1945 йылдарҙа — НКВД-ның 488-се айырым батальонында хеҙмәт итә. Политрук, лейтенант
Ауылдың ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [Ишембай районы Иҫәкәй ауылы ер-һыу атамалары] викидәреслектә мәҡәлә бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫәкәй (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 124. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ишембай районы Иҫәкәй ауылы ер-һыу атамалары
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Иҫәкәй (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 124. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Исякаево | Генеалогия и архивы . www.ufagen.ru. Дата обращения: 5 апрель 2021.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫәкәй ауылы
- ↑ Дорога памяти. Аккулов Абдулхак Габбасович 2021 йыл 24 июнь архивланған.