Үрге Этҡол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Верхнеиткулово
башҡ. Үрге Этҡол
Itkulovo.jpg
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл Советы

Этҡол ауыл советы (Ишембай районы)

Координаталар

53°22′33″ с. ш. 56°20′25″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1774

Бейеклеге

285 м

Халҡы

888[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453224

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 830 001

ОКТМО коды

80 631 430 101

ГКГН номеры

0667413

Верхнеиткулово (Рәсәй)
Верхнеиткулово
Верхнеиткулово
Үрге Этҡол (Башҡортостан Республикаһы)
Верхнеиткулово
Үрге Этҡол (Ишембай районы)
Верхнеиткулово

Үрге Этҡол (рус. Верхнеиткулово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 888 кеше[2]. Этҡол ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830001.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Этҡол ауылы

Этҡол ауылына 1774 йылда Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһе кешеләре нигеҙ һалған. Беренсе күскенсе билдәһеҙ. Улы Сәфәрғәле Этҡолов 1774 йылда тыуған. Ейәндәре Тимербулат, Сынбулат (уның улдары: Фәттәхетдин, Хисаметдин.

XVIII быуат аҙағында ауыл 68 ихатанан тора, унда 358 кеше йәшәй. XIX быуат уртаһында 76 йортта 644 кеше йәшәгән. Х ревизия 423 кеше йәшәгән 65 йорттан торған төп ауылды һәм 290 кеше йәшәгән 36 ихатанан торған бүлендек ауылды күрһәтә. Үрге Этҡолда 1920 йылда 91 йортта 464 кеше иҫәпләнә, Түбәнге Этҡолда — 541 кеше һәм 123 йорт. Икеһе лә Аҙнаев улусы үҙәге булған Көҫәпҡол ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡандар.

1833 йылда Яңы Юрматы ауылына 3 ғаилә (Айыт Ялсин, Абдулла һәм Йосоп Ишберҙиндәр) күсеп килә. Идара итеүсе Сенат указына ярашлы ауылға сумаҙанлы татарҙарҙың (почта ташыусы) 3 ғаиләһе килә.

Фамилияларҙы барлыҡҡа килтереүселәрҙең бер нисәһенең исемен атайыҡ. 1816 йылда бында 76 йәшлек Үҙәнбай Мусин һәм уның 36 йәшлек улы Салауат, ейәндәре Юныс (10 йәш), Яҡуп (8 йәшлек), Аллабирҙе (2 йәшлек) йәшәй.

1839 йылда 476 кеше йәшәгән 75 йортҡа 765 ат, 654 һыйыр, 239 һарыҡ, 150 кәзә тура килә. Өс йылдан һуң 464 бот көҙгө һәм 1840 бот яҙғы иген сәселгән. Шул уҡ ваҡытта ауыл янында һыу тирмәне булған. 1920 йылда Түбәнге Этҡол ауылында Ведерников тирмәне эшләй[3].

Май урамында 1774 йылда төҙөлгән йорт һаҡланған.

Элегерәк ауыл Аҙнай улусына (үҙәге — Көҫәпҡол) ингән.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 888 443 445 49,9 50,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Һәләүек йылғаһы буйында, ауылдан өс йөҙ метр самаһы бейеклектәге Арҡы-Ялан яҫы таулығы эргәһендә урынлашҡан. Үрге Этҡолдан тыш, Һәләүек йылғаһының икенсе ярында, ҙурайып киткән Этҡол ауылының бер өлөшө булған Түбәнге Этҡол ауылы тора.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[4]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Кагылчан урамы (рус. улица Кагылчан)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • 1-се Май урамы (рус. улица 1-се Мая)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Һәләүек урамы (рус. улица Селеук)
  • Яҙ урамы (рус. улица Весенняя)
  • Йәй урамы (рус. улица Летняя)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Яҡты урамы (рус. улица Светлая)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
  • Иртәнге урамы (рус. улица Утренняя)
  • Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
  • Йәмле урамы (рус. улица Уютная)
  • Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сныткина, М. «Здоровая семья — основа нации»: женсовет село Иткулово / М. Сныткина // Восход. — 2010. — 24 дек. — С. 2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]