Эстәлеккә күсергә

Солёный (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утар
Солёный
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 855 008

ОКТМО коды

80 631 455 151

Солёный (Рәсәй)
Солёный
Солёный
Солёный (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Солёный
Солёный (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Солёный


Солёный (рус. Солёный) — Башҡортостандың Ишембай районындағы утар. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1 кеше[1]. Петровск ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453230, ОКАТО коды — 80231855008.

Атамаһы тоҙ һаҙлығы буйынса бирелгән, уның янында XIX быуатта Украина һәм Белоруссиянан күскенселәр төпләнә, шуның менән яңы тораҡ пунктҡа нигеҙ һалына[2].

1973 йылда сыҡҡан янғындан һуң ул юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 14 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһында» № 6-2/327 указына ярашлы, райондың башҡа өс тораҡ пункты: Ҡоҙаш ауылы, Верхотор ауыл советының Ламшино утары, Көҙән ауыл Советының Фарейкино утары менән бергә, 1981 йылда рәсми рәүештә бөтөрөлә[3].

Рәсми рәүештә 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 10 сентябрендәге «Адыгея Республикаһында, Башҡортостан Республикаһында, Ленинградта, Смоленскта һәм Силәбе өлкәләрендә географик объекттарға исем биреү һәм географик объекттарҙың исемен үҙгәртеү тураһында» 572-се һанлы Указына ярашлы яңынан барлыҡҡа килә[4].

2003 йылда Юрий Степановтың ғаиләһе (ҡатыны Галина, балалары Андрей һәм Ксения) ата-бабаларының тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә. Иҫке колхоз келәтен һатып ала, быуа ярында йорт төҙөй, балыҡ етештереү өсөн «Зеркальный карп» фермаһына нигеҙ һала. Быуа һаҙан, суртан, алабуға, табан балыҡ һәм ҡарабалыҡ балыҡтарына бай булып китә. Утар балыҡ тотоу өсөн популяр урынға әйләнә. Ҡунаҡтарға быуала һыу инеү һәм ял итеү өсөн махсус йөҙөү саралары (кәмәләр, катамарандар), балалар майҙансығы, беседка, өҫтәлдәр урынлаштырылған[5].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1 1 - 100,0 -

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алыҫлығы:

  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Верхотор): 8 км
  • Яҡындағы ҡала һәм тимер юл станцияһы (Ишембай): 35 км.

Урам исеме[6]:

  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Көньяҡ урамы (рус. улица Южная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • «Зеркальный карп» крәҫтиән-фермер хужалығы — балыҡсылыҡ, балыҡ үрсетеү.
  • Туризм.
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. [1](недоступная ссылка)
  3. УКАЗ Президиума ВС Башкирской АССР от 14.09.1981 № 6-2/327 "ОБ ИСКЛЮЧЕНИИ НЕКОТОРЫХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ ИЗ УЧЕТНЫХ ДАННЫХ ПО АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМУ ДЕЛЕНИЮ БАШКИРСКОЙ … Архивировано 4 март 2014 года. 2014 йыл 4 март архивланған.
  4. http://www.rosreestr.ru/upload/www/files/d_1_1.pdf 2017 йыл 2 ғинуар архивланған. Постановление Правительства РФ от 10.09.2007 № 572 О присвоении наименований географическим объектам и переименовании географических объектов в Республике Адыгея, Республике Башкортостан, Ленинградской, Смоленской и Челябинской областях
  5. Солёный (хутор, Ишимбайский район)(недоступная ссылка)
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Солёный (Ишембай районы) ауылы