Көҙән ауыл советы (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көҙән ауыл советы
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 2006
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Көҙән[1]
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 778 кеше (1 ғинуар 2018)[2],
792 кеше (2017)[3]
Почта индексы 453234
Рәсми сайт kuzanovo.ru
Карта

Көҙән ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль берәмеге.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кузяновский сельсовет на карте Ишимбайского района

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер волосына ингән.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы ауыл биләмәһе[4] статусын ала.

Административ үҙәге — Көҙән ауылы.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]2012[7]2013[8]2014[9]2015[10]
9741058955933894857846

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АуылТөрөХалҡы
1 Көҙән село, административный центр 847[6]
2 Иҫкесәк деревня 68[6]
3 Ҡыҙыл Октябрь деревня 40[6]
4 Рославка деревня 0[6]

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙән ауылында 4 шәхси пилорам эшләй.

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙән ауылында ике ҡатлы, 162 урынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе, «Умырзая» балалар баҡсаһы һәм Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарынан йөрөп уҡыусылар өсөн интернат (әлеге ваҡытта 12 бала унда тәрбиәләнә) бар.

Медицина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көҙән һәм Иҫкесәк ауылдарында фельдшер-акушер пункттары эшләй.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көҙән ауылында спорт залы һәм китапханаһы булған ауыл Мәҙәниәт йорто эшләй.

Күренекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаҡлы ауылдаштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әхмәтзәки Вәлиди Туған (1890 йылдың 10 декабре — 1970 йылдың 26 июле) — сәйәси эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы (1917—1920 йылдар), публицист, тарихсы, шәрҡиәтсе-тюрколог, философия фәне докторы (1935), профессор, Манчестер университетының почетлы докторы (1967)[11][12]. Нәжип Асанбаев «Көҙән ауылы башҡорто» спектаклен уға арнап яҙа.[13]
  • Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (1928 йылдың 10 декабре — 1995 йылдың 25 июне) — совет нефтсеһе, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре, уйлап табыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972).
  • Зарипов Нур Талип улы — журналист, яҙыусы, «Башҡорт халыҡ ижады» (18 том) йыйынтығын, башҡорт батырҙар әкиәттәрен, эпостарын нәшер итеүҙә ҡатнашҡан, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
  • Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (Шәйәхмәтова-Вәлидова Фәрзәнә) — Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, вокал буйынса педагог, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Уҡыусылар-билдәле йырсылар — Фәнәүи Сәлихов, Илһам Вәлиев, Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина, М. Волкова, Зөлфирә Шакирова (ТР), Ришат Төхвәтуллин. Олатаһы Шәйәхмәт Вәлидов — Әхмәтзәки Вәлидовтың атаһы Әхмәтшаның бер туған ҡустыһы, Көҙән ауылынан.
  • Рәшитова Таңһылыу Фәрәй ҡыҙы (Сәғиҙә Рәшитова) — Башҡорт дәүләт академия театрының тәүге актрисаларының береһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы, Көҙән ауылынан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  4. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  5. 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  11. Аргументы и факты — Как рождалась башкирская Республика? — «АиФ Башкортостан», № 49 (676) от 05.12.2007(недоступная ссылка)
  12. Салаватский государственный башкирский драматический театр :: адреса, телефоны, история, технические параметры, планы сцен и зрительных залов(недоступная ссылка)
  13. Республика Башкортостан: Возвращение к истокам 2016 йыл 30 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]