Эстәлеккә күсергә

Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Көҙән, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Яңауыл, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Уҡыу йорто Маҡар урта мәктәбе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Октябрь Революцияһы ордены

Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (10 декабрь 1928 йыл — 25 июнь 1995 йыл) — нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1966—1989 йылдарҙа «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1971), СССР‑ҙың почётлы (1987) нефтсеһе. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Әнүәр Сәхибгәрәй улы Бәхтейәров 1928 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[2] Көҙән ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, 1952 йылда Мәскәү нефть институтын тамамлай[3], тау инженер-нефтсеһе.

Әнүәр Бәхтейәров — Туймазы, Ҡансура, Краснохолмск нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнашыусыларҙың һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында нефть сығарыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. Ул 17 нефть ятҡылығын эшкəртеүгə əҙерлəүҙə һəм үҙлəштереүҙə ҡатнаша. Уйлап табыуға биш авторлыҡ танытма ала. Баҫма эштәр авторы.

19521956 йылдар — «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында инженер, өлкән инженер һәм бүлек начальнигы;

19561966 йылдар — «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры;

1966 йылдан 1989 йылға тиклем — «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башлығы. Был вазифаға идаралыҡ барлыҡҡа килгәндән һуң бер йыл үткәс, «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры вазифаһынан килә. Унан һуң алмашҡа килеүсе — Юрий Гаврилович Пензин[4].

Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы 1995 йылдың 25 июнендә Яңауыл ҡалаһында вафат була. Тыуған ерендә — Көҙәндә ерләнгән.

1995 йылда Яңауыл урамдарының береһе Бәхтейәров исеме менән атала. Яңауыл ҡала советының 1995 йылдың 25 декабрендәге ҡарарында былай тиелә: "…Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улының ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән ҙур өлөшөн иҫәпкә алып… «Заречный» биҫтәһендәге Ялан (Полевая) урамын «Бәхтейәров» урамы тип үҙгәртергә. Был урамда Бәхтейәровтар ғаиләһе йәшәгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1989)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1976)
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1981)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • миҙалдар.
  • Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 694, [1] с. : портр.; 27 см. С.53