Эстәлеккә күсергә

Стәрлетамаҡ кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стәрлетамаҡ кантоны
Стәрлетамаҡ кантоны
Ил Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Стәрлетамаҡ
Ойошторолған 1921
Майҙаны 18 854 км²
Халҡы 429 490 кеше (1926)
Рәсми телдәр башҡорт теле
урыҫ теле

Стәрлетамаҡ кантоны (рус. Стерлитамакский кантон) — Башҡортостан АССР-ы составында 1921 йылдың 5 ғинуарынан 1930 йылдың 20 авгусына тиклем ғәмәлдә булған административ-территориаль берәмек.

Үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

1921 йылдың 5 ғинуарында БАССР составында ойошторола. Кантонға Бәләбәй өйәҙенең — 2, Стәрлетамаҡ өйәҙеның — 17, Табын кантонының - 13, Өфө өйәҙенең - 1 һәм Юрматы кантонының - 14 улусы инә. Административ үҙәге итеп Стәрлетамаҡ ҡалаһы билдәләнә.

1922 йылда Стәрлетамаҡ кантонынан Кәлсер-Табын һәм Меркет улустарының 11 ауылы, 1924 йылда — Дыуан-Табын, Ҡырмыҫҡалы, Тирәкле улустары Өфө кантонына күсә; 1922 йылда Бәләбәй кантонының Дәүләкән, Елдәр,Ҡырғыҙ-Миәкә, Әлшәй улустарына, Йылайыр кантонынаң Бөрйән, Көйөргәҙе улустарына ҡараған 47 ауыл Стәрлетамаҡ кантоны күсерелә. 1927 йылда Мораптал улусының бер өлөшө Ырымбур губернаһы бирелә. 1929 йылда Урта Волга өлкәһе Ырымбур округының 3 ауылы (Дәүләтҡол, Мәҡсүт, Иҫке Аллабирҙе) кантон составына инә. Стәрлетамаҡ кантоны территорияһында БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралендә ҡарары менән — 16, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрендә декреты менән 15 улус ойошторола. 375 1‑се баҫҡыс мәктәп (шуларҙың 96‑һында уҡытыу — башҡорт, 12‑һендә — мордва, 146‑һында — урыҫ, 89‑ында — татар, 32‑һендә сыуаш телендә алып барылған) иҫәпләнгән (1926).

1930 йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ кантоны бөтөрөлә, уның территорияһы Бөрйән (Арыҫлан, Маҡар улустарының бер өлөшө), Верхотор (Верхотор улусы, Аҙнай, Арыҫлан, Ергән, Мәләүез улустарының бер өлөшө), Красноусол (Борон, Красноусол, Кәлсер-Табын, Маҡар, Түбәнге Канаш улустарының бер өлөшө), Ҡарағош (Ергән, Ҡалҡаш, Фёдоровка улустарының бер өлөшө), Ҡырғыҙ-Миәкә (Ҡалҡаш, Уҫылы улустарының бер өлөшө), Мораҡ (Арыҫлан, Көйөргәҙе улустарының бер өлөшө), Мәләүез (Мораптал улусы, Ергән, Көйөргәҙе, Мәләүез, Фёдоровка улустарының бер өлөшө), Петровск (Аҙнай, Арыҫлан, Ашҡаҙар, Борон,Маҡар улустарының бер өлөшө), Стәрлетамаҡ (Аҙнай, Ашҡаҙар, Ергән, Ҡалҡаш, Усолка улустарының бер өлөшө), Түбәнге Ҡарамалы (Өршәк-Мең улусы, Кәлсер-Табын, Түбәнге Канаш, Уҫылы улустарының бер өлөшө) административ райондары составына инә.

Халҡы 1926 йылда — 429 490[1] кеше. Халҡы 1926 йылда — 429490 кеше (башҡорттар — 73186, белорустар — 1692, мишәрҙәр — 5946, мордвалар — 20046, сыуаштар — 31463, татарҙар — 83159, украиндар — 18220, урыҫтар — 194054 һәм башҡалар).

Халыҡ һаны (кеше) Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Енес буйынса
Бөтәһе 204 222 225 268 429 490
Ҡалала 15 098 16 355 31 453
Ауылда 189 124 208 913 398 037

Майҙаны — 18 854 км² (1928). Төньяҡ-көнбайышта — Бәләбәй кантоны, төньяҡта — Өфө кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамъян-Ҡатай кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Йылайыр кантоны, көньяҡ-көнбайышта Ырымбур губернаһы менән сиктәш була.

Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең га) — 333,1 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге 159,6, һоло — 63, бойҙай сәсеүлеге — 117,7, ҡарабойҙай — 14, тары — 28,6, картуф — 9,6, арпа — 1,1, етен — 0,1; һыйыр малы — 194 223, йылҡы — 130 923, һарыҡ — 391 622, кәзә — 11723, сусҡа —27 674 баш.

  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Өфө: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  1. По данным Всесоюзной переписи населения 1926 года по Стерлитамакскому кантону Башкирской АССР