Дәүләтҡол (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтҡол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Корнеевка ауыл Советы, Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ кантоны һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе
Халыҡ һаны 145 кеше (2010)[1]
Почта индексы 453883
Карта

Дәүләтҡол (рус. Давлеткул) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 145 кеше[2]. Почта индексы — 453883, ОКАТО коды — 80241880003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 145 79 66 54,5 45,5
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (93 %) йәшәй[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 35 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Корнеевка): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 20 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләтҡол ауылына 1783—1795 йылдар араһында нигеҙ һалына. V ревизияны 230 кеше йәшәгән 36 йорт менән ҡаршы ала. 55 йылдан һуң 38 йорт (бер йортта 9-ға яҡын кеше) билдәләнә. Ауыл 1783 йылғы документтарҙа телгә алынған Юрматы улусы сотнигы Дәүләтҡол Итйемәсовтың (Итжимясов) исемен йөрөтә. Уның улы Бикбулат Дәүләтҡолов (1751—1826). Бикбулаттың улы Һөйәрғол һәм ейәндәре Ишморат, Ишмөхәмәт, Мөхәмәтғәли.

Ишбулды Йыһангиров — 1-се башҡорт полкы яугиры, уның составында Парижға тиклем барып еткән. Ике миҙал менән бүләкләнгән (Асфандияров Л. 3. Башкирские полки в Париже // Сб. Сохраним выцветшие строки… Уфа, 1988.).

1842 йылда 256 кешегә 416 бот ужым икмәге һәм 1224 бот яҙғы икмәк сәселә. Ауылда 426 ат, 377 эре мөгөҙлө мал, 236 һарыҡ һәм 26 кәзә булған. 62 умарта һәм 16 солоҡ тотҡандар[4].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исемдәре[5]:

  • Булат Рафиҡов урамы (рус. улица Булата Рафикова)
  • Булат Рафиҡов тыҡрығы (рус. переулок Булата Рафикова)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]