Эстәлеккә күсергә

Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлсөм Иҫәнғолова битенән йүнәлтелде)
Гөлсөм Иҫәнғолова
Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

10 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры

Наградалары:

Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)

Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (10 июнь 1938 йыл) — театр актёры, Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988).

Гѳлсѳм Сабир ҡыҙы Иҫәнғолова 1938 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуған.

Ата-әсәһен бик иртә юғалтып, балалар йортонда үҫә. 1961 йылда Мәскәү ҡалаһында М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһын (педагогы М. Н. Гладкова) тамамлай һәм Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрында эш башлай, 1981—1989 йылдарҙа Ҡазан театр училищеһенда уҡыта.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйтүнә («Беҙ айырылмабыҙ», Ш. Шаһғәле; дебют, 1961), Роза («Эңер», А. М. Ғиләжев), Сәжидә («Хушығыҙ!», Т. Г. Миңнуллин); башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә — Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Йәмилә («Ҡыҙ урлау»), Гера («Ташлама утты, Прометей!»; бөтәһе лә — М. Кәримдеке), Сәлимә («Әбейҙәргә ни етмәй», Ф. М. Бүләков) һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974)
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 18 ғинуар 2019 йыл 20 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2019)
  • Татар энциклопедик һүҙлеге. — Ҡазан: Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Татар энциклопедия институты, 1998. — 703 б.