Воскресенск (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воскресенск
Воскресенск
Нигеҙләү датаһы 1745
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Воскресенский ауыл Советы[2] һәм Юрматы кантоны
Административ-территориаль берәмек Воскресенский ауыл Советы, Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ кантоны, Юрматы кантоны һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе
Халыҡ һаны 1988 кеше (2002)[3],
2026 кеше (1989)[3],
1817 кеше (2010)[4]
Почта индексы 453876
Карта
 Воскресенск Викимилектә

Воскресенск (рус. Воскресенское) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1817 кеше булған[5]. Почта индексы — 453876, ОКАТО коды — 80241822001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1817 866 951 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 26 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 26 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Воскресенка баҡыр иретеү заводы

Воскресенское ауылы 1745 йылда баҡыр иретеү заводын төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. XVIII быуаттың икенсе яртыһында завод Д. И. Пашкова милкендә булған. Завод һәм ауыл өсөн урын, шулай уҡ мәғдән урындары 1774 йылда Тамъян улусының аҫабалығынан бүленгән. Бер йылдан һуң тамьяндар Тор йылғаһы буйындағы ерҙең бер өлөшөн заводҡа һатҡан. 1754—1756 йылдарҙа Нуғай даруғаһының аҫаба башҡорттары завод хужаһына 482 мәғдән урыны һатҡан. Һуңынан 1787 йылда сәнкем-ҡыпсаҡтар һәм 1790 йылда юрматылар Нөгөш һәм Ергән йылғалары буйындағы ерҙәрен заводҡа һаталар.

Заводтың 7 баҡыр иретеү мейесе, 2 сүкеше, 3 горны булған. Завод эргәһендә 138 рудник булған. Йылына 10625 бот баҡыр иретелгән (1781 йыл). V ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 1179 завод крәҫтиәне, 97 һөнәрсе иҫәпләнгән. 1920 йылда Воскресенк ауылында 684 йортта 4207 кеше йәшәгән.

Воскресенск заводы Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында 1774 йылдың март башына тиклем Е. Пугачев етәкселегендәге баш күтәреүселәр армияһының арсеналы булған. Пушка етештереүҙе яйға һалыу өсөн, Пугачев унда үҙенең күренекле көрәштәше Иван Чику-Зарубин менән Яйыҡ казагы И. И. Ульяновты ебәргән. 1773 йылдың 12 октябрендә заводты пугачевсылар баҫып алған. Баш күтәреүселәр идара иткән биш ай эсендә 15 пушка эшләнгән. Завод крәҫтиәне Григорий Туманов баш күтәреүселәрҙең атаманы һәм Пугачевтың көрәштәше булған. Бөтә крәҫтиәндәр ҙә — әүҙем пугачевсылар.

Өфө эргәһендәге Чесноковка лагерында баш күтәреүселәр араһында, Михельсонға әсирлеккә эләккән 48 Воскресенск крәҫтиәне булған. Уларҙың икәүһе властар тарафынан «мөһим енәйәтсе» тип иғлан ителгән. Улар — Карп Григорьевич Хохлов һәм Яков Владимирович Одинцев (Козел), яҙалаусыларҙа яуап биреү өсөн ҡалдырылған. Родион Елистратов, Егор Степанович Мохов һәм Иван Степанов крәҫтиәндәрҙең «болартыусылары» булған[6].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]