Воскресенка заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воскресенка заводы
Тармаҡ Металлургия сәнәғәте[d] һәм төҫлө металлургия
Нигеҙләү датаһы 1745
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәләүез районы
Урын Рәсәй империяһы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Воскресенск, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1913
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Продукция Баҡыр
Карта
 Воскресенка заводы Викимилектә

Воскресенка баҡыр иретеү заводы Уралдағы иң боронғо металлургия заводы[1]. 1745 йылдың 16 ноябрендә эшен башлай. 1913 йылға тиклем ғәмәлдә булған. Воскресенск ауылында[2] әлегә тиклем заводтың диуарҙары һаҡланып ҡалған, шулай уҡ ер аҫты юлдары бар[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуаттың 40-сы йылдарында Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ һәм Тамъян улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Тор йылғаһы буйында И. Б. Твердышев менән И. С. Мясников тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Твердышев компанияһының баҡыр иретеү заводтары араһында Воскресенка заводы төп завод булып һаналған. 1745 йылдан алып — Твердышев менән Мясников, 1783—1830 йылдарҙа, 1836—70 йылдарҙа һәм 1891—1995 йылдарҙа — Пашковтар, 1830—1836 йылдарҙа — ҡаҙна, 1870—71 йылдарҙа — «Прогден, Леббок һәм К°», 1871—91 йылдарҙа — «Урыҫ баҡыры» хужа булалар[4]. Воскресенка тау округына ингән.

Академик Паллас заводты түбәндәгесә һүрәтләй:[1]

«

В заводе 7 плавильных печей, из коих ныне только в шести производилась работа… Руда, которую здесь плавят, есть простая песчаная руда из Каргалинских рудников… и как добывание и возка руды, жжение угольев и отправляемая по большей части крепостным людям заводская работа требует небольшого иждивения, то при здешних учреждениях получают знатную прибыль.

»

Заводта 1772 йылда — 2300 тау сәнәғәте крәҫтиәне, 1797 йылда — 1276 мастеровой һәм эшсе кеше, 1860 йылда 1770 тау сәнәғәте крәҫтиәне иҫәпләнә.

1797 йылда Воскресенка заводына 138 рудник ҡарай, шуларҙың етеһе (шул иҫәптән Ҡарғалы руднигы) эшләй. 1895 йылда заводтағы баҡыр иретеү производствоһы Ҡарғалы рудниктарының ярлыланыуы арҡаһында бөтөрөлә. 1895 йылдан завод суйын ҡойоуға күсә.

150 йыл эсендә 1 620 094 бот таҙа баҡыр иретелә, максималь етештереүсәнлек — 20,5 мең бот (1835)[5].

Воскресенка баҡыр иретеү заводы Уралда иң эре заводтарының береһе була, 1745 йылда, завод сафҡа ингән саҡта, 7 иретеү мейесе, 3 крица тимерлек усағы һәм гармахер, 2 йәйеү (расковочный) сүкеше була. ХIX быуат уртаһында 7 шахталы иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер һәм штыклы горндар, 2 суйын иретеү мейесе (вагранка), 2 ҡыҙҙырыу мейесе (табаҡлы баҡыр өсөн), 6 һыу тәгәрмәсе һәм пар машинаһы була. Был ваҡытта завод 59 мең дисәтинә ер биләй[4].

Завод Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) барышында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) барышында заводтың 1 меңдән ашыу крәҫтиәне (шул иҫәптән Г. Туманов) баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1773 йылдың октябренән 1774 йылдың апреленә тиклем завод баш күтәреүселәр ҡарамағында була: бында артиллерия ҡоралдары һәм һуғыш кәрәк ярағы етештереү ойошторола, ойоштороу эштәре менән Я. С. Антипов, И. Н. Зарубин, И. И. Ульянов етәкселек итә[4].

Хәҙерге заманда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта завод ҡасабаһы урынында Башҡортостандың Мәләүез районы Воскресенск ауылы урынлашҡан. Заводтың төп корпусы һәм завод идаралығы бинаһы (XVIII быуат), торлаҡ йорттар һәм амбулатория бинаһы (ХХ быуат башы) — архитектура ҡомартҡылары тип танылған[4].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Металлургические заводы на территории СССР с XVII века до 1917 г. М.-Л., 1937;
  • Черноухов А. В. История медеплавильной промышленности России XVII—XIX вв. Свердловск, 1988.