Эстәлеккә күсергә

Смаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Смаҡ
Смаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Арыҫлан ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Арыҫлан ауыл Советы, Мәләүез районы һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе
Халыҡ һаны 444 кеше (2010)[2],
478 кеше (2002)[3],
555 кеше (2009)[3]
Почта индексы 453875
Карта

Смаҡ (рус. Смаково) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 444 кеше була[4]. Почта индексы — 453875, ОКАТО коды — 80241815001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 444 220 224 49,5 50,5
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (95 %) йәшәй[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 14 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 14 км

Смаҡ ауылы XVIII быуаттың 40-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Ул Моғотовҡа (1757 йыл) аҫаба ерҙәрен һатыуҙа ҡатнашҡан улустың абруйлы кешеһенең исемен йөрөтә. Нуғай даруғаһының башҡа аҫабалары менән бер рәттән Смаҡ Ҡасаев 1763 йылда Ырымбур губернаторы Д. В. Волковҡа башҡорт ауыл хужалығын киңәйтеү шарттары тураһында хат менән мөрәжәғәт итә (Асфандияров А. 3. Участие башкир в войнах и походах Рос­сии в период кантонного управления 1798—1865 гг. // Из исто­рии феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971.). Смаҡтың улдарының береһе Әзебай (1773—1839) зәүрәт-сотник булып хеҙмәт иткән. Уның улдары Әйүп (улы Ҡотлоюл), Абдүлмәннән, Әбдүлвәхит була.

V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Смаҡ ауылында 208 кеше йәшәгән 29 йорт күрһәтелгән. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 152 кешегә тиклем кәмегән. Был халыҡтың бер өлөшөнөң икенсе Тамъян ауылдарына, айырыуса, яңынан барлыҡҡа килгән ауылдарға (Исламғол) күсеүе менән аңлатыла. 1859 йылда 213 кеше йәшәгән 33 йорт булған. 1920 йылда халыҡ һаны арта — 69 йортта 257 кеше иҫәпләнгән.

1842 йылда 152 кешегә 200 бот көҙгө ашлыҡ, 464 бот яҙғы иген; ауылда 238 йылҡы малы, 448 эре мөгөҙлө мал, 461 һарыҡ, 25 баш кәзә һәм 25 умарта булған[6].

Исемдәре[7]:

  • Денис Бүләков урамы (рус. улица Дениса Булякова)
  • Көнбайыш урамы (рус. улица Западная)
  • Һул яр буйы урамы (рус. улица Левонабережная)
  • Миниәхмәт Йомағолов урамы (рус. улица Миниахмета Юмагулова)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Яңы урам (рус. улица Новая)
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая)
  • Уң яр буйы урамы (рус. улица Правонабережная)
  • Смаҡ Ҡасаев урамы (рус. улица Смака Касаева)
  • Тамъян урамы (рус. улица Тамьянская)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)
  • Юрий Гагарин исемендәге урам (рус. улица им. Ю.Гагарина)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәләүез районы биләмәһендә йәшәүсе тамъян, ҡыпсаҡ һәм юрматы башҡорт ырыуҙары хөрмәтенә төҙөлгән стела