Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Муса Ғәтиәтулла улы Смаҡов
Тыуған көнө:

1885({{padleft:1885|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Смаҡ ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

билдәһеҙ

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885 — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муса Ғәтиәтулла улы Смаҡов 1885 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Смаҡ ауылында хәлле башҡорт ғаиләһендә тыуа. Өфөлә «Ғалиә» мәҙрәсәһен тамамлай. Мөғәллимлек итә. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла һәм уны етәкләүсе шәхестәрҙең береһенә әүерелә. I, II һәм III Бөтә Башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороп үткәреү эштәрендә ҡатнаша.

  • 1917 йылдың авгусынан — Башҡорт Үҙәк Шураһы ағзаһы. 1917 йылдың ноябренән Башҡорт Хөкүмәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек итә.
  • 1917 йылдың ноябрендә Кесе Ҡоролтай делегаты итеп һайлана.
  • 1918 йылда Арғаяш кантонында Башҡортостан Хөкүмәте уполномоченныйы булып эшләй. 1918 йылдың октябрь-декабрендә Ваҡытлы Себер Хөкүмәте полковнигы Велес күрһәтмәһе буйынса Х. Ҡ. Ҡушаев һәм башҡалар менән бергә ҡулға алынып, төрмәгә ултыртыла.
  • 1919 йылда Башҡорт хәрби-революцион комитетында эшләй.
  • 1920 йылдың декабрендә Муса Смаҡов Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы була.
  • 1930-сы йылдарҙа Өфөлә «Южураллес» тресында эшләй. 1936 йылда репрессияға эләгә. Реабилитациялана. Муса Смаҡовтың артабанғы яҙмышы билдәле түгел.

Хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муса Ысмаҡ. Беренсе башҡортса уҡыу китабы. Өфө, Башкнига, 1923 й.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История башкирского народа: в 7 Т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа; Гилем, 2010 — Т. К. — С.119. — 468.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.