Ғәлиә мәҙрәсәһе
Мәҙрәсә | |
Ғәлиә
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Республика | Башҡортостан |
Ҡала | Өфө |
Адресы | Чернышевский ур., 5 |
йүнәлеш, мәктәп | сөнниллек |
Архитектура стиле | Ислам архитектураһы |
Шәфҡәт итеүселәр | Б. һәм С. Нәзировтар |
Төҙөлөш | ???—1906 йылдар |
Ябылыу датаһы | 1918—2001 |
Мөҙәрис | Зыяитдин Камалетдинов (1906—1918) |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы |
Китапхана | |
Мәҙрәсә Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0301124000 |
«Ғәлиә» мәҙрәсәһе — Өфө ҡалаһындағы мосолман уҡыу йорто. 1906 йылдың көҙөндә асыла.
Ойоштороусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның ойоштороусыһы һәм ректоры Ҡаһирәнең Әл-Әзһәр университетын тамамлап ҡайтҡан Зыя Камали була.
Уҡытыу барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙрәсәлә белем алыу алты йыл буйы бара, уҡыу планына 30 процент донъяуи фәндәр буйынса дәрестәр ҡаралған була. Дәрестәрҙең өстән бере генә дин дәрестәре булһа, ғәрәп, урыҫ, төрки, француз телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, психология, педагогика фәндәре лә төплө уҡытыла.
«Ғәлиә» мәҙрәсәһе дини юғары белем биргән уҡыу йорто булһа, ҡалған предметтар буйынса гимназия кимәлендә белем бирелә. Шуға күрә үҙебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙең бөтә мосолмандары араһында ла был уҡыу йортоноң абруйы ҙур була. Ырымбурҙың уҡыу йорттары буйынса идаралыҡ етәкселәренең береһе булған А. Любимов мәҙрәсәне ҡарап сыҡҡас, бик ҙур баһа бирә. Бындағы белем биреү стандарттары ғына түгел, һәйбәт итеп йыһазландырылған физика, химия кабинеттары, дини, фәнни-популяр, нәфис әҙәбиәт, төрлө журналдар, төрки, ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәрендә баҫылған гәзиттәр тупланған бай китапхана тикшерергә килгән чиновникты ғәжәпкә ҡалдырған. Һуңғараҡ татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, черкес һәм башҡа телдәрҙә лә матбуғат баҫмалары алдырғандар.
Мәҙрәсә шәкерте Шәйехзада Бабич үҙе «Парлак» исемле журнал сығара башлай. Ул һуңғараҡ киң билдәле шағир булып китә, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе, рухи йүнәлеш биреүсеһе булып таныла. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә Варшава консерваторияһы профессоры В. Клеменц уҡыған шәкерттәрҙең рухын үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыу-уҡытыу эштәре юғары кимәлдә ойошторолған булған. Әйтәйек, төрки халыҡтарҙың тарихын танылған шәрҡиәт белгесе, һуңынан башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе булып киткән Зәки Вәлиди уҡытҡан, ғәрәп теленән билдәле ғәрәп теле уҡытыусыһы Закир Ҡадири белем биргән. Яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән һабаҡ биргән. Мөғәллимдәрҙең байтағы Рәсәй, Төркиә, Мысыр, Сирия, Урта Азиялағы иң танылған уҡыу йорттарында юғары белем алған зыялы инсандар булған. Шуға күрә «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған шәкерттәр һәйбәт белемгә эйә көслө шәхес Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында ғына түгел, сит илдәрҙә лә үҙҙәренә эш, урын табырлыҡ бик уҡымышлы кешеләр булып сыҡҡан.
Һөҙөмтәлә уларҙың күптәре хатта Октябрь түңкәрелешенән һәм граждандар һуғышы буталыштарынан да имен-аман сығып, эмиграцияла ла үҙҙәренең лайыҡлы кешеләр икәнен күрһәтә алған.
«Ғәлиә» мәҙрәсәһен барлығы 1400 шәкерт тамамлаған.
Мәҙрәсәне тамамлаған күренекле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бында танылған башҡорт шағирҙары Шәйехзада Бабич һәм Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш һәм Шамун Фидаи, композитор Солтан Ғәбәши һәм драматург, шағир Хәбибулла Ғәбитов, дипломат Кәрим Хәкимов һәм 1923—1927 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр комиссары И. Солтановтар тәрбиәләнгән. Был уҡыу йорто Татарстан, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Кавказдағы башҡа республикаларҙан килгән шәкерттәргә лә һуңғараҡ дәүләт йә йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре, ижади зыялы инсандар йә фән өлкәләрендә ҙур ғалимдар булып китерлек тәрбиә һәм аң-белем биргән. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлап сыҡҡан зыялылар — башҡорттар ҙа, башҡа милләт кешеләре лә — күбеһе үҙ илендә милли азатлыҡ хәрәкәтенә етәкселек иткәндәр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 100-летию медресе «Галия» 31 октября 2006 г. — Уфа: РИО РУНМЦ МО РБ, 2006. — 162 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үтәбай-Кәрими Р. «Ғәлиә», мәҙрәсә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Медресе «Галия» был в числе лучших - Дүрбі газеті(недоступная ссылка)