Ҡотош (Мәләүез районы)
Ауыл | |
Ҡотош | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡотош (рус. Кутушево) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 490 кеше[1]. Почта индексы — 453866, ОКАТО коды — 80241850004.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡотош ауылы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тар-мар ителгәндән һуң барлыҡҡа килә. Тамьян улусы старшинаһы Ҡотош Мортазиндың исемен йөрөтә. Ҡотоштоң өс улы була — Әбләс (1758—1818), Абдулла һәм Әхмәт. Әбләс Ҡотошевтың ике улы — Күзәхмәт (1788 йылда тыуған) һәм Аллагүз (1802 йылда тыуған) була. Күзәхмәт Әбләсовтың 4 улы билдәле: Мөхәмәтҡүзиә (1815 йыл) — уның улы Фәйзулла, Килдигүзиә (1817 йыл), Ҡотлоәхмәт (1819 йыл) — уның улы Мөхәмәтша һәм 1821 йылда тыуған Мәхмүт (улы Хәбибулла) Күзәхмәтовтар. Аллагүз Әбләсовтың улы Вәлиәхмәт (1822 йыл), уның улдары Мөхәмәтзаһир һәм Йәһүдә.
Абдулла Ҡотошевың бер улы Аллагуза (1808 йыл), уның Мәһәҙий һәм Мөхәмәҙей тиган улдары була. Әхмәт Ҡотошевтың улы Йомағол, Мөхәмәтшә исемле ейәне була.
Бишенсе ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 25 йортта 198 кеше иҫәпләнә. 64 йылдан һуң 62 йорт һынала (1 ихатаға 7-шәр кеше тура килә). 7 йортта типтәрҙәр йәшәгән. 1920 йылда —121 йорт (1 ихатаға 5 кеше).
1842 йылда 325 кешегә крәҫтиәндәр 400 бот көҙгө ашлыҡ, 1304 бот яҙғы культура сәсә. Ярым күсмә малсылыҡ тәрән көрсөккә тарый. Бөтә халыҡ өсөн бары тик 340 ат, 250 эре мөгөҙлө мал, 58 һарыҡ, 10 баш кәзә тура килгән . Ауылда 36 умарта булған[2].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бохара урамы (рус. улица Бухарская)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы )
- Ҡасҡын Самаров урамы (рус. улица Каскына Самарова )
- Ҡасҡын Самаров тыҡрығы (рус. переулок Каскына Самарова )
- Ҡотош Мортазин урамы (рус. улица Кутуша Муртазина)
- Болонло урамы (рус. улица Луговая)
- Мәсет урамы (рус. улица Мечети )
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная )
- Нәсимә Фәзлиәхмәтова урамы (рус. улица Насимы Фазлиахметовой)
- Рәсәй урамы (рус. улица Российская )
- Сәит Шәрипов урамы (рус. улица Саита Шарипова)
- Ауыл хужалығы урамы (рус. улица Сельскохозяйственная)
- Дала урамы (рус. улица Степная)
- Уҡытыусылар урамы (рус. улица Учителей)
- Шәкирйән Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Шакирьяна Мухаметьянова)
- Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)[3]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 490 | 245 | 245 | 50,0 | 50,0 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (90 %) йәшәй[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 6 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сарлаҡ): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 6 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (28 декабрь 1931 йыл — 29 декабрь 1996 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1944 йылдан Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Мәжит Ғафури исемендәге колхоз малсыһы, шул иҫәптән 1954–1969 йылдарҙа быҙау ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Хужәхмәтов Азамат Шәриф улы (рус. Хужахметов Азамат Шарифович ; 30 август 1962 йыл—1 июль 2021 йыл) — кинорежиссёр, сценарист, рәссам. 2012—2018 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. 1997 йылдан Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы. Евразия Телевидение һәм Радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең Кинорежиссерҙар Гильдияһы ағзаһы (2011), Башҡртостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 66 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)