Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы
Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1931 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәләүез районы, Ҡотош |
Вафат булған көнө | 29 декабрь 1996 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Мәләүез районы, Ҡотош |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы Фазлыәхмәтова (28 декабрь 1931 йыл — 29 декабрь 1996 йыл) — БАССР-ҙың Мәләүез районы Мәжит Ғафури исемендәге колхозының быҙау ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы1931 йылдың 28 декабрендә БАССР-ҙың Мәләүез районы Ҡотош ауылында тыуа. Башланғыс белемгә эйә була.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып башлай. Һуңынан сусҡа фермаһына күсеп, унда 1954 йылға тиклем эшләй. 1954—1969 йылдарҙа быҙауҙар ҡарай һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1963 йылда 138 быҙауҙы дүрт айға тиклем ҡарай һәм һәр ҡайһыһынан тәүлегенә 800 грамм артым ала, 1964 йылда 181 быҙау ошо уҡ осорҙа тәүлегенә 850 грамға арта. 1965 йылда 202 быҙауҙан тәүлегенә 1 015 грамм артым алыуға өлгәшә. Һуңғы бер нисә йылда йыл һайын колхозға 250 быҙау үҫтереп бирә. Быҙау ҡараусы булып эшләгән осоронда барлығы 3 500 баҙыу үҫтереп тапшыра.
Малсылыҡта, ит етештереүҙә һәм әҙерләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының1966 йылдың 22 мартындағы указы менән Н. М. Фазлыәхмәтоваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1976—1980 йылдарҙа Төркмән ССР-ында йәшәй. 1983 йылда Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында сөгөлдөрсө булып эшләй.
Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы Фазлыәхмәтова 1996 йылдың 29 декабрендә вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ҡотош ауылында Н. М. Фазлыәхмәтоваға һәйкәл ҡуйылған һәм урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы. «Герои страны» сайты.