Мәләүез
Мәләүез | |
Мәләүез | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | XVIII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Мәләүез |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] һәм Мәләүез районы |
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ кантоны |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 56 505 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 170 метр |
Майҙан | 32 км² |
Почта индексы | 453850 |
Рәсми сайт | admmeleuz.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1753 |
Урындағы телефон коды | 34764 |
Мәләүез Викимилектә |
Мәләүез — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 61 390 кеше[3], 2018 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 58 004 кеше булған. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гуреев Сергей Николаевич (7.10.1918—14.01.2013), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944)[4] (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2018).
- Касьянов Геннадий Михайлович (9.04.1949), хужалыҡ эшмәкәре. Мәләүез кирбес заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
- Порошин Юрий Георгиевич (1949), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1996—2013 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы машина эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән, 2-се дәрәжәле «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы эйәһе (2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры[5].
- Синицын Василий Иванович (12.12.1918—14.10.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945).
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә. Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән.
Ҡалалағы төп предприятиелар:
- Мәләүез минераль ашламалар производство берекмәһе
- Шәкәр заводы
- Һөт консервалау завода
- Ит комбинаттары
- Спорт аяҡ кейемдәре эксперименталь комбинаты
- Ағас эшкәртеү предприятиеһы
- Кирбес заводы
- Тимер-бетон конструкциялар заводы
- Элеватор
Мәғарифы һәм мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре (шулар араһында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы), музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, һөнәри белем биреү училищелары бар.
Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй.
Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 53120 | 24958 | 28162 | 47,0% | 53,0% |
2002 йыл 9 октябрь | 62949 | 30104 | 32845 | 47,8% | 52,2% |
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мелеузовский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 142 с., табл.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Гуреев Сергей Николаевич 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Единый республиканский бизнес-портал. Порошин Юрий Георгиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәләүез // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.