Сибай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сибай (ҡала) битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Сибай
Памятник башкирским полкам 1812 года. Город Сибай, республика Башкортостан.jpg
Флаг[d] Герб
Флаг Coat of Arms of Sibai (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Регион Башҡортостан
Район Сибай ҡала округы
Координаты 52°42′00″ с. ш. 58°39′00″ в. д. / 52.70000° с. ш. 58.65000° в. д. / 52.70000; 58.65000 (G) (O) (Я)Координаталар: 52°42′00″ с. ш. 58°39′00″ в. д. / 52.70000° с. ш. 58.65000° в. д. / 52.70000; 58.65000 (G) (O) (Я)
Нигеҙләнгән 1913
Этнохороним сибайлы, сибайҙар
Телефон коды 34775
Почта индексы 453830–453849
Рәсми сайт sibay-rb.ru
Сибай (Рәсәй)
Сибай
Сибай (Башҡортостан Республикаһы)
Сибай

Сиба́й — Башҡортостандың Урал аръяғында, Ирәндек тауҙарының итәгендә урынлашҡан республика әһәмиәтендәге ҡала. Сибай — Башҡорт Урал аръяғының сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге.

Өфө ҡалаһынан — 521 км, Силәбе ҡалаһынан — 362 км, Ырымбурҙан — 385 км, Екатеринбургтан — 600 км, Магнитогорсктан — 122 км, Гайҙан — 186, Орск ҡалаһынан 227 км алыҫлыҡта ята.

Ҡала рельефы тигеҙ һәм убалы-түбәле, абсолют билдәләр диңгеҙ кимәленән 335—383 м юғары урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа иң ситке нөктәләр араһы — 9 км, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 12 км тәшкил итә. Асыҡ һәм тигеҙ рельеф сәбәпле, йыл буйы ел тиҙлеге юғары: 5—7 м/сек, күбеһенсә көнбайыштан иҫә. Ҡалала континенталь климат, йәй уртаса йылы, ҡайһы саҡта эҫе, ҡоро, ҡыш һалҡын була. Йылдың уртаса яуым-төшөм кимәле — 300 мм, дымлы атлантик һауаһын Урал тауҙары туҡтата.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сибай Башҡортостандың иң йәш ҡалалары араһында булһа ла, эргә-тирәлә табылған ҡомартҡылар борон-борондан бында кеше йәшәүен иҫбатлай. Хәҙерге Сибай ҡалаһы һәм яҡындағы Баймаҡ районы ерҙәрендә электән бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Ҡала 8—9 быуаттарҙа телгә алынған бөрйән башҡорттарының аҫаба ерҙәренә ингән. Башҡорт шәжәрәләрендә яҙылғанса, Һаҡмар һәм Төйәләҫ йылғалары бассейнында Турахан күсмә тормош көткән (Артабан ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында йәшәгән. Турахан кәшәнәһе 14-15 бб. төҙөлгән, хәҙерге Шишмә районында урынлашҡан).

Сибай ҡалаһы тарихында ҙур урынды Сибай (Иҫке Сибай) ауылы тотоп тора. Уның тарихы 18 б. 70-се—80-се йылдарынан башлана. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ейәне Ш. У. Сибаев властар һәм халыҡ яғынан яҡшы характеристика алған, сәсән һәм «Сибай» йырының авторы булған.

Сибай ҡалаһы XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлау менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала статусы ала.

Ҡалала 61 597 кеше йәшәй, Төйәләҫ ауылы менән бергә 62 471 кеше иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр 2005 йылдың 1 ғинуарына тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында (Төйәләҫ менән бергә) 60 144 кеше иҫәпкә алынған. Шуларҙың 48,7 — % башҡорттар, 38,7 % — урыҫтар, 8,9 % татарҙар тәшкил итә.

Сибай аша Магнитогорск — Ира федераль автомобиль юлы һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сермән республика әһәмиәтендәге автомобиль юлы үтә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 48 349 22 111 26 238 45,7 % 54,3 %
2002 йыл 9 октябрь 59 082 26 685 32 397 45,2 % 54,8 %
2010 йыл 14 октябрь 62 763 28 407 34 356 45,3 % 54,7 %
  • 1989, 2002, 2010 йыл — Төйәләҫ ауылы халҡынан башҡа.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың төп уҡыу йорттары:

Сибайҙа 14 дөйөм, 12 мәктәпкәсә, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениһы, 2 ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ирәндек» боҙ һарайы
  • «Ирәндек» боҙ һарайы
  • «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексы
  • «Шахтостроитель» футбол клубы
  • «Горняк» хоккей клубы
  • «РОСТО» Сибай парашют клубы
  • «Шоңҡар» кикбоксинг клубы

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

атҡаҙанған төҙөүсеһе.

  • Березина Валентина Кузьминична — төҙөүсе, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  • Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Ғәйетбаев Наил Әсхәт улыРәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
  • Елисеева Мария Тимофеевна — уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
  • Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы — 1992—1999 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәте етәксеһе, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты етәксеһе, техник фәндәр кандидаты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  • Кодакова Наталья Васильевна — хеҙмәт ветераны, Хеҙмәт даны музейы һәм «Фронтташ әхирәттәр» клубы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Советтар Союзы Геройы Федор Беловҡа арналған китаптар авторы.
  • Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙыБашҡортостандың халыҡ артисы.
  • Мотаев Исхаҡ Сәләх улы – «Яңы Сибай» ятҡылығын асыусы.
  • Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Мәүлетҡолов Эмиль Хәсән улы — Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, ҡала Советы депутаты.
  • Рәсүлев Әбүбәкир Насырйән улы — төҙөүсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  • Сарбаев Рәил Сәлих улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, С. Юлаев орден кавалеры, 2000—2005 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәте башлығы.
  • Cуворова Анна Сергеевна — флотатор, хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған металлургы.
  • Таһиров Мәнир Сәфей улы — уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы — педагогик хеҙмәт ветераны, ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһының почетлы белгесе, «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү темаһына китаптар авторы.
  • Филиппова Мария Федоровна — кондитер, хеҙмәт ветераны, Совет сауҙаһы отличнигы.
  • Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы – Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы — 1972—1997 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы директоры, хеҙмәт ветераны, «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, CCCР-ҙың, РСФСР-ҙың, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Хәсәнов Сәфиулла Ғайса улы — 1960—2006 йылдарҙа Сибай АТП-һында эшләй, хеҙмәт юлын шоферҙан башлап, етәксегәсә барып етә. Хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
  • Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы — театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Парк Победы (Сибай).JPG

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сибайская площадь.JPG

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • С. Юлаев һәйкәле
  • Ф. И. Белов һәйкәле
  • А. Матросов һәйкәле
  • «Мәңгелек ут» мемориалы
  • Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәйкәле
  • В. И. Ленин һәйкәле
  • Зәки Вәлиди Туған һәйкәле

Телевидение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Радиостанциялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]