Эстәлеккә күсергә

Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Дәүләт, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 10 октябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы (13 ғинуар 1925 йыл — 10 октябрь 2010 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1966 йылдарҙа Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының экскаватор машинисы, экскаватор машинистары звеноһы бригадиры, артабан 1982 йылға тиклем участка механигы, смена начальнигы, тау мастеры, карьер оҫтаһы, электромеханик. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.

Миҙхәт Исмәғил улы Ғәбитов Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Дәүләт ауылында тыуған. Урта махсу белемле, 1966 йылда Баймаҡ тау-механика техникумын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1940 йылда Баймаҡ районы Молотов исемендәге колхозда башлай.

1943—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң, 1950 йылдың апреленән алып, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында машинист ярҙамсыһы, экскаватор машинисы, экскаватор машинистары звеноһы бригадиры булып эшләй[2].

1960 йылда Миҙхәт Ғәбитов етәкләгән 9-се экскаватор звеноһы коллективы тау ҡорамалдарының ремонт-ара хеҙмәт срогын оҙайтыу башланғысы менән сығыш яһай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә звено машинистары слесарь, электрослесарь һөнәрҙәрен үҙләштерә һәм үҙ көсө менән экскаваторҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонт эштәрен алып бара башлай, экскаватор узелдарының һәм агрегаттарының торошо һәм хеҙмәтләндереү өсөн яуаплыларҙы нығытып ҡуялар, был, үҙ сиратында, хеҙмәт етештереүсәнлеген һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны күпкә арттырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, 1960 йылдың майына тиклем кубометр тау массаһын 11 майға тиклем кубометр тәшкил 1960 йылда машинаның етештереүсәнлеге экскаватор сүмесенең һыйҙырышы бер кубометрға 11 782 тау массаһы тәшкил итһә, май-декабрь айҙарында был күрһәткес күпкә юғары була, йәғни 16 650 кубометр. Һөҙөмтәлә экскаваторҙың йыллыҡ етештереүсәнлеге бер кубометр сүмес һыйҙырышына 180 мең кубометр тәшкил итә (план буйынса 135 мең).

Экскаваторҙың хеҙмәт срогын оҙайтыу экипажға 3900 һум экономия бирә, шул иҫәптән 2350 һум эш хаҡы буйынса һәм өҫтәмә рәүештә 110 мең кубометрҙан ашыу тау тоҡомон тейәргә мөмкинлек бирә. Техника эксплуатацияһының яңы ысулы таусылар, төҙөүселәр, республика тау-байыҡтырыу предпрятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында киң файҙаланыу таба.

Төҫлө металлургияны үҫтереү эшендә ҙур уңыштары өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 9 июнендәге Указы менән Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1966 йылдан алып Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы участка механигы, смена начальнигы, тау мастеры, карьер оҫтаһы булып эшләй. 1982 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының электромеханик вазифаһынан хаҡлы ялға китә.

Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. − 624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Дата обращения: 13 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года. 2014 йыл 27 июль архивланған.