Яңауыл районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңауыл районы
Яңауыл районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Яңауыл
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм TC+05:00[d]
Халыҡ һаны 44 911 кеше (2017)[1]
Сиктәш Тәтешле районы, Борай районы, Краснокама районы, Ҡалтасы районы, Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы
Майҙан 2094 км²
Почта индексы 4529ХХ
Урынлашыу картаһы
Рәсми сайт yanaul.ru
Урындағы телефон коды 34760
Карта
 Яңауыл районы Викимилектә

Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².

2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .

109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.

Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы). Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 66 200 [7][8]
1959 64 399 [9][8]
1970 63 551 [10][8]
Йыл Халыҡ һаны
1979 53 722 [11][8]
1989 48 572 [12][8]
2002 22 861 [13][8]
Йыл Халыҡ һаны
2010 48 134 [14]
2017 44 911 [1]
2018 44 360 [15]
Йыл Халыҡ һаны
2019 43 870 [16]
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса (2010): башҡорттар — 43,3 %, татарҙар — 22,8 %, удмурттар — 14,1 %, урыҫтар — 11,7 %, марыйҙар — 6,9 %, башҡа милләттәр — 1,2 %[17].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Лоскутов Виктор Георгиевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2018)
  3. Мерзляков Владимир Филиппович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
  4. Кисак-Каинская модельная библиотека. Официальный сайт. Портал «Мы гордимся вами»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
  5. Сайт «Янаул · Республика Башкортостан» (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Ханнанов Рәшит Ахун улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
  7. перепись населения СССР 1939 года
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  9. перепись населения СССР 1959 года
  10. перепись населения СССР 1970 года
  11. перепись населения СССР 1979 года
  12. перепись населения СССР 1989 года
  13. Всероссийская перепись населения 2002 года
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года
  15. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  16. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  17. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]