Мәсәғүт ауыл Советы (Яңауыл районы)
Мәсәғүт ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы муниципаль берәмек. Мәсәғүт ауыл Советы төньяҡта Ямаҙы ауыл Советы, көнбайышта Иҫке Вәрәш ауыл Советы, көнсығышта Тәтешле районы, көньяҡта Ҡалтасы районы менән сиктәш.
Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсәғүт ауыл советы яҡынса 1922 йылда барлыҡҡа килә. Ауыл советының тәүге рәйестәре Әминов Мирғәли, Ғатауллин Хәтип, Камалов Хәмит, Сәлихов Ғәфүр, Ғәлимов Мөхәмәтнур була.
1957 йылдан 1971 йылға тиклем – Ғәҙиәтов Әхмәтзыя.
1971 йылдан 1990 йылға тиклем – Нуров Айрат Биҙән улы, ул 1975 йылда ауыл Советының яңы бинаһын төҙөтә.
1991 йылдан 1992 йылға тиклем – Әхрәров Рази Мазһар улы
1992 йылдан 1998 йылға тиклем – Әхмәтнуров Вәсим Ҡасим улы.
1998 йылдан 2012 йылға тиклем – Мөфтәхов Фәнәүи Лутфи улы.
2012 йылдың май айынан алып бөгөнгө көнгә тиклем – Әхрәров Илдар Изһар улы.
Ауыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы менән билдәләнә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] | 2012[4] | 2013[5] | 2014[6] | 2015[7] |
1172 | ↘1078 | ↘923 | ↘894 | ↘860 | ↘854 | ↘841 |
Ауыл биләмәһе составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пункты тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Үрге Сат | ауыл | ↘127[3] |
2 | Ҡушимән | ауыл | ↘3[3] |
3 | Ҡыҙылъяр | ауыл | ↘121[3] |
4 | Мәсәғүт | ауыл, административ үҙәк | ↘177[3] |
5 | Түбәнге Сат | ауыл | ↘219[3] |
6 | Иҫке Алдар | ауыл | ↘82[3] |
7 | Тау | ауыл | ↘194[3] |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17 декабря 2004 года № 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.