Үрге Сат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Үрге Сат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56°00′00″ с. ш. 55°00′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 855 002

ОКТМО коды

80 659 455 106

ГКГН номеры

0522364

Үрге Сат (Рәсәй)
Үрге Сат
Үрге Сат
Үрге Сат (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Сат

Үрге Сат (рус. Верхний Чат) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 127 кеше[1]. Мәсәғүт ауыл Советы составында. Почта индексы — 452815, ОКАТО коды — 80259855002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 127 70 57 55,1 44,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 43 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 43 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға XVIII быуаттың 2-се яртыһында Уҫы даруғаһының Урман-Ғарей улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. XVIII быуат аҙағына тиклем Сат тип атала[2].

1795 йылда 20 йорт хужалығы һәм 104 кешеиҫәпләнә, 1816 йылда — 22 йорт хужалығы һәм 158 кеше, 1834 йылда — 44 йорт хужалығы һәм 261 кеше.[3]

1842 йылда ауыл халҡы261 кешенең һәр береһенә 4,8 фунт икмәк сәскән, малсылыҡ буйынса уртаса алғанда, һәр ихатала 2,7 ат, 2,9 һыйыр, 3,9 һарыҡ, 2,1 кәзә булған, умартасылыҡ буйынса 44 ихатаның һәр береһендә 3,3 дәдән умарта булаған.[3] Шул уҡ йылда мәсет төҙөлгән.[4]

1859 йылда 57 йорт хужалығы һәм 335 кеше йәшәгән.[3]

1870 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 2-се станының ҮргеСат ауылында 64 ихатала 347 кеше (178 ир-ат, 169 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, барыһы ла мишәр булараҡ күрһәтелгән. Мәсет булған, халыҡ умартасылыҡ һәм йөк ташыу менән шөғөлләнгәндәр.[5]

1896 йылда Бөрө өйәҙе Ҡыҙылъяр улусының Үрге Сат (Егор-Чат) ауылында 92 ихата һәм 488 кеше йәшәгән (250 ир-ат һәм 238 ҡатын-ҡыҙ). Мәсет, икмәк магазины һәм сауҙа лавкаһы булған.[6] 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 500 кеше йәшәй (241 ир-ат һәм 259 ҡатын-ҡыҙ), бөтәһе лә динләләр.[7]

1906 йылда — 557 кеше.[2]. XX быуат башындаауылда мәҙрәсә төҙөлә.[4]

1918 йылда совет башланғыс мәктәбе асыла.[4] 1920 йылда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 112 йорт хужалығы һәм 554 кеше йәшәй (266 ир-ат, 288 ҡатын-ҡыҙ)[8], Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса — 112 хужалыҡта 612 башҡорт йәшәй[9].

1939 йылда ауыл халҡы 505 кеше тәшкил итә, 1959 йылда — 445[2]. Во время Великой Отечественной войны работал колхоз «Салават»[10]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Салауат» колхозы[1] (башта «Яңы ялан»[5] колхозы) эшләй. 1957—68 йылдарҙа ФАП эшләй.[4]

1982 йылда халыҡ һаны яҡынса 270 кеше тәшкил итә.[11]

1989 йылда 243 кеше (113 ир-ат, 130 ҡатын-ҡыҙ).[12]

2002 йылда — 164 кеше (82 ир-ат, 82 ҡатын-ҡыҙ), күпселек башҡорттар йәшәй (79 %).[13]

2010 йылда 127 кеше (70 ир-ат, 57 ҡатын-ҡыҙ).[14]

1975 йылда ауылда «Ватан өсөн алыштарҙа һәләк булған геройҙарға мәңгелек хәтер» стелаһы ҡуйыла.[15][4]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Верхний Чат в Башкирской энциклопедии. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 декабрь 2019. 21 апрель 2018 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 История Месягутовского сельсовета
  5. Списки населённых мест Российской империи. Вып. 45: Уфимская губерния: по сведениям 1870 года. / обраб. В. Зверинским. — СПб.: Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1877. — С. 72. — 195 с.
  6. Полный список населённых мест Уфимской губернии / под ред. Н. А. Озерова. — Уфа: Типография Губернского Правления, 1896. — С. 200. — 534 с.
  7. Населённые места Российской империи в 500 и более жителей : с указанием всего наличного в них населения и числа жителей преобладающих вероисповеданий по данным первой всеобщей переписи населения 1897 г. / под ред. Н. А. Тройницкого. — СПб., 1905. — С. 238.
  8. Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 88. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.
  9. М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 78. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
  10. Книга памяти Янаульского района
  11. Лист карты O-40-135. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
  12. Населённые пункты Республики Башкортостан (по данным переписи 2002 года). Статистический сборник. — Уфа: Башкортостанстат, 2005. — С. 135. — 138 с.
  13. ['http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009', ]
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 августа 2014. Архивировано 20 августа 2014 года.
  15. Стела