Иҫке Артауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Артауыл
Иҫке Артауыл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56°15′00″ с. ш. 54°48′49″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 815 006

ОКТМО коды

80 659 415 111

ГКГН номеры

0522115

Иҫке Артауыл (Рәсәй)
Иҫке Артауыл
Иҫке Артауыл
Иҫке Артауыл (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Артауыл

Иҫке Артауыл (рус. Старый Артаул) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 209 кеше[1]. Почта индексы — 452823, ОКАТО коды — 80259815006[2].


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 209 97 112 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөн Иҫке Артауылдағы 93 йортта 155 кеше йәшәй, уларҙың 55-е хаҡлы ялдағылар, 10-ы — бәпестәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар, 14-е — үҫмер егет һәм ҡыҙҙар. Ауыл халҡының ҡалған 76-һы — хеҙмәткә яраҡлы ир-уҙаман һәм ҡатын-ҡыҙ. Шуларҙың тик егермегә яҡыны ике крәҫтиән (фермер) хужалығында һәм бер шәхси эшҡыуарҙа, бюджет учреждениялары булған ауыл клубында һәм фельдшер-акушер пуктында мәшғүл. Ҡалғандар — тимер юлында, нефтселәрҙә, яҡындағы Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларында эшләй.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 16 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Айбүләк): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 16 км

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә

Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшө — уран ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында билдәләүенсә, Өрйә йылғаһы буйындағы Уртауыл XVII быуатта урандар күпләп йәшәгән төбәк булған. Ул Киҫәкҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында урынлашҡан, атамаһы шунан килә. 1847 йылда Уртауылдың ике тиҫтәнән артыҡ кешеһе Беүә йылғаһының уң яҡ ярында «Яңы Уртауыл» исеме алған ауылға нигеҙ һалғандан һуң Уртауыл «иҫке» булып ҡалған. Бында ике ауылдың уртаҡ атамаһына ҡағылған бер иҫкәрмәгә лә туҡталып китергә кәрәк. Әйтелешенән сығыптыр инде, урыҫ телендәге ҡағыҙҙарҙа Уртауыл «Артауыл»ға әйләнгән. Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалмау, телсе ғалимдәрға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ауылдарҙың рәсми исеме бөгөнгө көндә республикабыҙҙың дәүләт телдәрендә Иҫке Артауыл һәм Яңы Артауыл булып йөрөй. Шулай итеп, «Уртауыл» булыуын белһәк тә, бөгөн һүҙебеҙ Иҫке Артауыл хаҡында[3].

1795 йылда яҡын тирәлә иң оло ауыл һаналған Ҡарманда 86, ә Иҫке Артауылда 50 хужалыҡ иҫәпкә алынған һәм уларҙа 285 кеше йәшәгән. Артабан халыҡ һаны тотороҡло арта барған: 1870 йылда 94 йортта 487, ә тап ярты быуаттан һуң (1920 йыл) — 134 хужалыҡта 672 кеше көн иткән. Совет осоронда халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. 1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 412 кеше йәшәүе билдәләнһә, 2010 йылда улар 209-ға ҡала, шуларҙың 97-һе ир-ат, 112-һе ҡатын-ҡыҙ.

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]