Султый

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Султый
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 885 005

ОКТМО коды

80 659 485 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Султый (Рәсәй)
Султый
Султый
Султый (Башҡортостан Республикаһы)
Султый

Султый (рус. Султыево) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[1]. Почта индексы — 452823, ОКАТО коды — 80259885005.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 31 37 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Ҡоҙаш): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 22 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Султый ауылының Яңауыл яҡтан килгәндәге күренеше.

Султый боронғо Уран ырыуы башҡорттары биләмәләрендә, Нефтекама — Яңауыл автомобиль юлы буйында, район үҙәгенән 22 саҡрым алыҫлыҡта ята. Тыуған төйәгенең үткәнен өйрәнеүгә байтаҡ көс һәм ваҡыт сарыф иткән һәүәҫкәр тарихсы Винер Фәррәховтың тапҡан мәғлүмәттәрендә был ауыл тәүге тапҡыр 1621 йылда телгә алына.

Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабында билдәләүенсә, 1842 йылда бындағы 39 хужалыҡта игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән 218 кеше көн иткән. Барыһы ла тиерлек йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ-кәзә аҫраған. 1859 йылғы мәғлүмәттәрҙә иһә 43 йортта 221 ир-ат һәм 190 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәне әйтелгән. Тиҫтә йылдан хужалыҡтар һаны — 75-кә, халыҡтыҡы 431-гә етһә, 1920 йылда 77 өйҙә 373 кеше теркәлгән.

Бөгөн иһә бындағы 40 йортта даими йәшәгәндәрҙең һаны 50-гә лә тулмай, улары ла — башлыса хаҡлы ялдағылар. 35 йәшкә тиклемгеләр — дүртәү, мәктәп уҡыусылары — алтау. Бары бер нисә хужалыҡта һыйыр, һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар.

Уҙған быуаттың икенсе яртыһында тыуған султыйҙар, заман шауҡымына бирелеп, яҡындағы Яңауыл һәм Нефтекама ҡалаларында йәшәүҙе үҙ итһә лә, өлкән йәштәгеләр тыуған нигеҙенә тоғро. Ҡасандыр төрлө сәбәп менән сит тарафҡа юлланғандар ҙа, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған төйәгенә ҡайта башлаған.[2]

Ауыл ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • Ансар Нуретдинов. Үткәндәргә үкенмәй, киләсәккә ышанып. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 ноябрь[3].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. – 744 с. — ISBN 978—5—295—04683—4 (рус.)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]