Эстәлеккә күсергә

Бәнибаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәнибаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл районы

Координаталар

56° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 835 003

ОКТМО коды

80 659 435 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бәнибаш (Рәсәй)
Бәнибаш
Бәнибаш
Бәнибаш (Башҡортостан Республикаһы)
Бәнибаш

Бәнибаш (рус. Банибаш) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 150 кеше[1]. Почта индексы — 452806, ОКАТО коды — 80259835003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
166181150

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡаймаш йылғаһы буйында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Истәк): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 9 км

1683 йылда Уҫы даруғаһы территорияһында яһаҡлы удмурттары тарафынан нигеҙ һалына, һуңынан удмурттар типтәр ҡатламына күскән.[5] 1748 йылда 25 ир-ат иҫәпкә алынған, 1795 йылда 81 кеше, 1816 йылда — 97 кеше, 1834 йылда — 112 кеше йәшәгән.[6]

Халыҡ ауыл хужалығы һәм эре мөгөҙлө малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауылда 1842 йылда 50 ат, 40 һыйыр һәм һарыҡ, 50 кәзә, 18 ярдҡа 15 умарта иҫәпләнгән; һыу тирмәне булған. Ауылдың 160 дисәтинә һөрөнтө ере, 10 дисәтинә усадьба ере, 160 дисәтинә бесәнлеге, 312 дисәтинә урманы булған.[6]

1870 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 3-сө станының Бәнибаша ауылында 29 йорт хужалығында 156 кеше (79 ир-ат, 77 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән.[7]

1896 йылда Бөрө өйәҙенең Iv станы Яңы Ҡарға улусының Бәнибаш ауылында 32 ихата һәм 177 кеше (90 ир-ат һәм 87 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән, 2 ярма елләткес булған.[8]

1906 йылда 209 кеше йәшәгән.[5]

1920 йылда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауылында 41 йорт хужалығы һәм 244 кеше йәшәгән (109 ир-ат, 135 ҡатын-ҡыҙ).[9] Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәте буйынса 36 йортта 190 удмурт.[10] 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл улусына ҡарай.[9]

1939 йылда ауылда 241 кеше йәшәй, 1959 йылда — 133 кеше.[5]

1982 йылда ауылда яҡынса 160 кеше йәшәй.[4]

1989 йылда 140 кеше (62 ир-ат, 78 ҡатын-ҡыҙ).[11]

2002 йылда 166 кеше (78 ир-ат, 88 ҡатын-ҡыҙ), күпселек удмурттар (85 %) йәшәй.[2]

2010 йылда 150 кеше (75 ир-ат, 75 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән.[2]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. 4,0 4,1 Лист карты O-40-135. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
  5. 5,0 5,1 5,2 Банибаш в Башкирской энциклопедии. Дата обращения: 12 март 2022.
  6. 6,0 6,1 Асфандияров
  7. Списки населённых мест Российской империи. Вып. 45: Уфимская губерния: по сведениям 1870 года. / обраб. В. Зверинским. — СПб.: Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1877. — С. 78. — 195 с.
  8. Полный список населённых мест Уфимской губернии / под ред. Н. А. Озерова. — Уфа: Типография Губернского Правления, 1896. — С. 148. — 534 с.
  9. 9,0 9,1 Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 106. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.
  10. М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 90. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
  11. Населённые пункты Республики Башкортостан (по данным переписи 2002 года). Статистический сборник. — Уфа: Башкортостанстат, 2005. — С. 135. — 138 с.