Эстәлеккә күсергә

Яңауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яңауыл (ҡала) битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Яңауыл
Яңауыл
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Яңауыл

Ҡала

Яңауыл ҡалаһы

Координаталар

56°16′00″ т. к. 54°56′00″ кс. о.HGЯO

Нигеҙләнгән

1914

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1750

Ҡала с

1991

Майҙаны

26 км²

Бейеклеге

100 м

Халҡы

▼ 26 924 кеше (2010)

Этнохороним

яңауылдар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34760

Почта индексы

452800

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 460

ОКТМО коды

80 659 101 001

Яңауыл (Рәсәй)
Яңауыл
Яңауыл
Яңауыл (Башҡортостан Республикаһы)
Яңауыл

Яңауыл — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы ҡала.

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө ҡалаһынан 218 км алыҫлыҡта, Яңауыл һәм Беүә йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан. Ҡала аша Горький тимер юлы (Ҡазан—Екатеринбург участкаһы) үтә, бында уның Ижевск бүлексәһенә ҡараған Яңауыл тимер юл станцияһы урынлашҡан. .

Яңауыл тимер юл вокзалы
Яңауыл тимер юл вокзалы

Яңауыл — бай тарихлы ҡала. Уның тамырҙары алыҫ XVI—XVII быуаттарға барып тоташа. Ул бәләкәй генә ауыл булып барлыҡҡа килә. 1770 йылдарға тиклем ауылды урыҫтар «Новая» тип йөрөтәләр, халыҡ «Яңауыл» тип атағанға күрә, тарихҡа ул «Янаево» булараҡ ингән. Документта уның исеме тәүге тапҡыр 1750 йылда телгә алына. Телгә алыныу нигеҙ һалынған йылды аңлатмай. Уның тарихы күпкә алдараҡ башланған тигән һүҙ. 1795 йылда бында 30 йорт булып, 173 кеше йәшәй. 1920 йылда 105 йортта 685 кеше көн иткән.

1909—1914 йылдарҙа Ҡазан-Екатеринбург тимер юлы төҙөлә. Тимер юл бер-береһенән бер саҡрым йыраҡлыҡта ғына ятҡан Иванай (Иманай, Йобанай) һәм Яңауыл ауылдары араһынан үтә. Бында станция төҙөлә. Уға Яңауыл исеме бирелә. 1916 йылда беренсе поезд үтә. Станцияны 1919 йылда В. М. Азин аҡтарҙан азат итә.

1938 йылда Яңауыл, Иванай, Ҡыҙыл Октябрь бергә ҡушыла һәм «Яңауыл» эшселәр ҡасабаһы тип атала башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Яңауыл үҫә, нығый.

1990 йылда Яңауылға ҡала статусы бирелә.

2004 йылдан башлап Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге призға «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы үткәрелә. 2013 йылдан ул «Рәсәй мәҙәниәте» тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелә. Был сараға 1985 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған. «Тальян байрамы» исеме менән бер нисә тапҡыр ойошторолғандан һуң, ул төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡтап ҡалғас, яңауылдар сараны яңынан тергеҙә[1].

Ҡала паркында гармунға махсус һәйкәл ҡуйылған.

Халыҡ иҫәбе
1934[2]1937[3]1939[4]1959[5]1970[6]1979[7]1989[8]1993[9]
451811 64711 86115 57218 75121 18824 40627 200
1996[10]1998[11]2000[12]2001[13]2002[14]2003[15]2005[16]2006[17]
28 50028 70029 10029 30027 90927 90027 30027 100
2007[18]2008[19]2009[20]20102011[21]2012[22]2013[23]2014[24]
27 20021 74827 50026 92426 90026 66926 59726 297
2015[25]2016[26]2017[27]2018[28]2019[29]2020[30]2021[31]2025[32]
26 07425 89425 74725 51125 36125 10925 90825 274

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[33] ҡалаһы араһында [34] 375-се урында була.

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 39,4 %, татарҙар — 29,9 %, урыҫтар — 16,5 %, удмурттар — 9 %, мариҙар — 3,9 %, башҡа милләт вәкилдәре — 1,3 %[35].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалалағы төп сәнәғәт предприятиелары:

  • АНК «Башнефть» «Башнефть-Яңауыл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы.
  • май, сыр комбинаты
  • элеватор
  • икмәк заводы
  • төҙөлөш материалдары заводы

Ҡазан–Екатеринбург (Горький тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 69 км). Дөйөм йүнәлеше – көнбайыштан көнсығышҡа. Яңауыл ҡалаһы һәм районы аша үтә.

Ҡала — матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  1. ↑ Яңғыратты Яңауылды көмөш моң «Башҡортостан» гәзите, 2015, 2 июнь(недоступная ссылка)
  2. ↑ Районы БАССР: экономико-статистический справочник районов за 1932-1933 гг. / Wikidata
  3. ↑ Башкирская АССР: районный экономический справочник / Wikidata
  4. ↑ XX быуаттың мәғлүмәттәре / Wikidata
  5. ↑ XX быуаттың мәғлүмәттәре / Wikidata
  6. ↑ XX быуаттың мәғлүмәттәре / Wikidata
  7. ↑ XX быуаттың мәғлүмәттәре / Wikidata
  8. ↑ XX быуаттың мәғлүмәттәре / Wikidata
  9. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  10. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  11. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  12. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  13. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  14. ↑ Хәҙерге осор мәғлүмәттәре / Wikidata
  15. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  16. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  17. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  18. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  19. ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года / Wikidata
  20. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года / Wikidata
  21. ↑ Народная энциклопедия «Мой город». Янаул / Wikidata
  22. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 январ / Wikidata
  23. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года / Wikidata
  24. ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года / Wikidata
  25. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года / Wikidata
  26. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года / Wikidata
  27. ↑ Хәҙерге осор мәғлүмәттәре / Wikidata
  28. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  29. ↑ Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендә халыҡ һаны (2019) / Wikidata
  30. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года / Wikidata
  31. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) / Wikidata
  32. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2025 года / Wikidata
  33. ↑ с учётом городов Крыма
  34. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  35. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Республике Башкортостан(недоступная ссылка)
  36. ↑ [http://www.journal-ufa.ru/index.php?id=600&num=60 Айдар Хусаинов. Непрерывная нить оптимизма. Журнал «Уфа». № 11 (60), Ноябрь 2006 года] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2018)
  37. ↑ 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. , 2016, 17 август 2017 йыл 28 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2017)