Баймаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Баймаҡ
Баймак.JPG
Страна

Рәсәй

Регион

Башҡортостан

Район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°35′00″ с. ш. 58°19′00″ в. д.HGЯO

Климат тибы

континенталь

Этнохороним

баймаҡтар

Телефон коды 34751
Рәсмисайт

baimak.ru

Ҡала сайты

Баймак.ru

Показать/скрыть карты
Баймаҡ (Рәсәй)
Баймаҡ
Баймаҡ
Баймаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Баймаҡ

Баймаҡ — Башҡортостанда республика әһәмиәтендәге ҡала, Баймаҡ районының административ үҙәге. Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Кананиколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары була.

Таналыҡ-Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән-Таналыҡ волосының үҙәге була. 1917 йылдың 7 ноябрендә эшсе депутаттар советы һәм ревком һайлана, уның рәйесе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә.

1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылда район әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. 1992 йылда ҡалаға республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә.

Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең ҙур өлөшө — башҡорттар.

Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың көнүҙәкмәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле.

Халыҡ иҫәбе
1931[1] 1939[1] 1944[2] 1945[2] 1946[2] 1947[2]
6100 13 900 21 000 19 600 19 900 20 200
1959[3] 1970[4] 1979[5] 1989[6] 1992[1] 1996[1]
11 335 12 467 13 453 15 976 16 800 17 500
1998[1] 2000[1] 2001[1] 2002[7] 2003[1] 2005[1]
17 500 17 100 16 900 17 223 17 200 17 100
2006[1] 2007[1] 2008[8] 2009[9] 2010[10] 2011[1]
16 900 16 800 16 932 17 069 17 710 17 700
2012[11] 2013[12] 2014[13] 2015[14] 2016[15]
17 608 17 534 17 492 17 460 17 463

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 13935 6929 7006
1959 йыл 15 ғинуар 11343 5307 6036
1970 йыл 15 ғинуар 12501 5866 6635
1979 йыл 17 ғинуар 12836 5956 6880
1989 йыл 12 ғинуар 15790 7429 8361
2002 йыл 9 октябрь 17223 8032 9191
2010 йыл 14 октябрь 17710 8339 9371

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Сәнәғәт ойошмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ААЙ
  2. Башкомбикорм ААЙ
  3. Башптицепром ААЙ
  4. Баймаҡ күсмә механизацияланған колоннаһы

Һөнәри белем биреү учреждениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 105-се һөнәри училище
  2. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы
  3. Өфө йылылыҡ-энергетика техникумының Баймаҡ филиалы

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Народная энциклопедия «Мой город». Баймак. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 октябрь 2013. 8 октябрь 2013 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 И. З. Самситдинов. Численность населения малых городов Башкирской АССР в 1943-1945 годах. Процесс реэвакуации и её последствия. Журнал «Известия Российского государственного педагогического университета им. А.И. Герцена», № 123, 2010. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2015. 2 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  8. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  15. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 февраль 2016. 21 февраль 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]