Әптекәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әптекәй
Нигеҙләү датаһы 1761
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Халыҡ һаны 336 кеше
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1956

Әптекәй (рус. Аптикеево) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ һәм Йомаш ауыл Cоветтары биләмәләренә тура килгән. Әптекәй утары 1761 йылда барлыҡҡа килгән. Әптекәй ауылы халҡы биш ауылға нигеҙ һалған[1].. 1956 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[2]

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

М. Ғ. Усманова «Имя отчей землий» китабында яҙылыуынса, ауылдың атамаһы Әптекәй исеменән алынған. Ырыу аралары билдәле йүкә, тәгәй, һуйырҙар. Шулай уҡ Баймаҡ районында Әптекәй (Әптек) исемле күл бар[3].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Советы үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан дүрт километр алыҫлыҫта Ташый йылғаһының Һаҡмарға ҡушылған бик матур ерҙә (Сәйғәфәр ауылынан 3 км) урынлашҡан була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат башында электән булған утары урынында Әптекәй ауылы барлыҡҡа килә[4]. Тарихсы һәм тикшеренеүсе Әнүәр Әсфәндиәровтың фаразлауынса, ауылды В Йомаш ауылы башҡорттары нигеҙләгән. 1812 йылда тағы өс ғаилә Әптекәйгә күсеп килә. 1816 йылғы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Хоҙайназар (48 йәштә), Аҡназар (39 йәштә), Мөхәмәтрәхим һәм Мөхәмәтәмин Әптекәевтәр ошо ауылда теркәлгән[4]. Тимәк, уларҙың атаһы Әптекәй исемле булған. Ул ваҡытта 39 йортта 185 кеше йәшәгән. X ревизия 31 йортта 170 кешене теркәгән. Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән, һәр хәлдә 39 йорттан 30 арба йәйләүгә сыҡҡан. Лайымбирҙе, Оло Бешәҙе һәм Ташйылға буйында йәйләгәндәр. 39 йортҡа (202 кеше) 253 йылҡы малы, 270 һыйыр, 100 һарыҡ, 78 кәзә тура килгән, йәғни, сағыштырмаса етеш йәшәгәндәр. 20 дисәтинә ерҙә 18 бот ужым бойҙайы, 280 ярауай бойҙай сәскәндәр[4].

1826 йылда Байбулат Биккинин исемле уҙаман улдары Урмантай, Етебай, Үтәүле, Иштәкбай менән Темәс ауылына күсерелә[4].

Совет осоронда, 1920 йылда, ауылда 57 йортта 336 кеше йәшәгән. 1926 йылда ауыл халҡы «Сулпан» артеленә берләшә. 1930 йылда артелде «Һаҡмар» колхозына ҡушалар. Колхоз үҙәге Йомаш ауылында була. 1956 йылдан һуң Әптекәй ауылдар исемлегендә теркәлмәй[4].

Ә. З. Әсфәндиәров шулай уҡ әлеге ауылда һирәк осрай торған исемдәргә иғтибар итә: Балта, Бүлтирәк, Брәле[4]. Хәҙерге ваҡытта Баймаҡ районында ошо исемдәрҙән алынған фамилиялар бар: Балтиндар, Брялиндар, Байбулатовтар, Урмантаевтар, Иштәкбаевтар.

Әптекәй халҡы нигеҙләгән ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәңребирҙе, Баймырҙа, Ибраһим (икенсе исеме Күктүбә), Ишмырҙа, Арман ауылдарына нигеҙ һалына[5] Аҫаба башҡорттар, батша власының буш ятҡан башҡорт ерҙәренә ситтән килгән урыҫ, татар халҡына ер бүлеп биреүен алдан иҫкәртеп, ерҙе биләп ҡалырға тырышалар[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Ишдәүләт Рысымбәтов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Әптекәй йыйыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылдың 25 июнендә Әптекәй ауылының элекке урынында ауылдың 250 йыллығына арналған йыйын уткәрелде. Йыйын сиктәрендә Әптекәй аҫабалары нигеҙлеген ауылдар исемлеге язылга стелланы асылды, әрүәхтәр рухына доғалар бағышланды, милли уйындар, ат сабышы, көрәш ойошторолдо. Байрам «Беҙ айыҡ тормош яҡлы» девизы аҫтында үтте[6]. Ауыл тарихын тергеҙеүҙә, йыйынды әҙерләүҙә Рауил Әхмәҙулла улы Назаров күп көс һала, «Әптекәйҙә — ил яҙмышы» исемле китап яҙа. Шәжәрә байрамы бик юғары кимәлдә үтә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Әптекәйҙәге шәжәрә – бар шәжәрәләргә шәжәрә!
  2. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов. 113-се бит.
  3. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки сакмар. — Уфа: Китап, 199. −272 стр. ISBN 5-295-01337-5
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Генеалогия и архивы. Аптикеево
  5. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Асфандияров А. З.
  6. Әптекәй йыйыны

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]