Урғаҙа
Ауыл | |
Урғаҙа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Урғаҙа (рус. Ургаза) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 2393 кеше[1]. Почта индексы — 453653, ОКАТО коды — 80206813001.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫке Яковлевка тораҡ пунктына 1910 йылда Арцибасовтар, Глазовтар, Горьковтар, Деревяшкиндар, Евдокимовтар, Захаровтар, Кожаевтар, Сульдиндар, Палычковтар һәм башҡа крәҫтиән ғаиләләре нигеҙ һалған. Күскенселәр Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Яковлевка утарының крәҫтиәндәре (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Надеждин ауыл советының Яковлевка ауылы), милләте буйынса — эрзя мордвалары, диндәре буйынса старообрядсылар. Утар өсөн ер биләмәһен Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусындағы Сыңғыҙ ауылы аҫаба башҡорттарынан ҡуртымға алынған. Әлеге ер биләмәһе Сыңғыҙ ауылына Ырымбур межа комиссияһының 1908 йылдың 7 авгусындағы ҡарарына ярашлы Байыш ауылының (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы) отруб ерҙәренән алып бирелгән булған[2].
1910—1917 йылдарҙа утар Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Бөрйән-Түңгәүер кантонының Ирекле (Свободная) улусы составында була, артабан 1918—1919 йылдарҙа (20 мартына тиклем) — Кесе Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантонының Ирекле (Свободная) улусы Яковлевка ауыл комитетының үҙәге, 1919 йылдың 20 мартынан 1921 йылға тиклем — Автономиялы Совет Башҡортостан Республикаһы составында. 1924—1930 йылдарҙа БАССР-ҙың Йылайыр кантонының Яңғаҙы ауыл Советы составында (улустың исеме Түңгәүер, Таналыҡ). 1930—1933 йылдарҙа БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районының Баймырҙа ауыл Советы составында, 1941 йылдан алып БАССР-ҙың (Башҡортостан) Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советының үҙәге[2].
1920—1921 йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында Хәжиәхмәт Унасовтың ихтилалы ҡуба, утар халҡы ихтилалдың башлығын тоттороу буйынса әүҙем эшмәкәрлек күрһәтә, шуға күрә уларҙың аҫаба халыҡ менән аралары киҫкенләшә, һәм Иҫке Яковлевка утарын уның халҡы ташлап сығырға мәжбүр була. 1924 йылда утар Яңы Яковлевка исеме аҫтында тергеҙелә. 1933 йылдың 31 мартындағы Баймаҡ-Таналыҡ ВКП(б)-ның район комитеты ҡарарына ярашлы тораҡ пункттың единоличниктары (яңғыҙаҡтары) Урта Волга крайының Блявин руднигына (хәҙер Ырымбур губернаһындағы Медногорск ҡалаһы) һөрөләләр[2].
Совет заманында Йылайыр совхозы ойошторолоуы менән бәйле ауыл һәм уның үҙәк усадьбаһы статусы бирелә (1960-сы йылдарға тиклем). 1960—1991 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр игенселек совхозының үҙәк усадьбаһы, 1991—2004 йылдарҙа бөтә Үҙәк усадьба Яковлевка тип исемләнә башлай, 2004 йылдан — Үҙәк усадьба ҡасабаһы, 2007 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы[2].
Ауылға Урғаҙа исемен биреү буйынса бәхәстәр 1986 йылда башлана, уның инициаторы Гилманов Әхмәт Насип улы (2000 йылға тиклем), 2002 йылда мәсет имам-хатибы Хәйривара Ғүмәров 200-ҙән ашыу ҡултамға йыйып, ҡабаттан был эште башлай. 2003 йылдың 27 мартында Йылайыр ауыл Советы, шулай уҡ район администрацияһы ла был башланғысты хуплап сыға. Артабан тораҡ пункттың исемен үҙгәртеү мәсьәләһе республика кимәлендә хәл ителә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы ҡарары нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте 2007 йылдың 10 сентябрендәге ҡарарына ярашлы ауылдың исеме Урғаҙа тип үҙгәртелә[3].
Урғаҙа ауылы составына 1928 йылда Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имәләй улусы Таш-Күстән ауылы (хәҙер Һамар өлкәһенең Большеглушицк һәм Большечерниговск райондары) башҡорттары нигеҙ һалған Үҙән ауылы (Үҙән микрорайоны булып) ингән. Ауылдың атамаһы Урал казак ғәскәренең Үҙәндәрҙәге йәйләүҙәре иҫтәлегенә ҡушылған[2]. 2018 йылдың 30 июнендә Урғаҙа ауылында Үҙән ауылының 90-йыллыҡ юбилейына бағышланған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» шәжәрә байрамы уҙғарылды[4].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 2257 | 1059 | 1198 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 45 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 52 км
Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Айытҡолов Рәмил Рәхмәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999);
- Әхмәтов Вилүр Йәмил улы — иҡтисад фәндәре кандидаты (2003), доцент (2008);
- Байдәүләтова (Хасанова) Гөлшат Рим улы — Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2011);
- Ҡлысов Ишбулды Хөрмәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (2005);
- Маннапов Марсель Мөрит улы — тарих фәндәре кандидаты;
- Муллабаева Эльвира Зөбәйер ҡыҙы — биология фәндәре кандидаты;
- Сәмиғуллина (Ғәйфуллина) Зөлфиә Сәйфулла ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2014);
- Сульдин Ефим Семенович — Баймаҡ МТС-ының начальнигы, Йылайыр игенселек совхозы МТМ-ның мөдире, «Хәйбулла» совхозы директоры, Йылайыр һәм хәйбулла МТС-тары начальнигы, Ленин ордены кавалеры (1957)[5];
- Сульдин Семен Васильевич — Яңы Яковлевка утарына нигеҙ һалыусы;
- Хасанова Дилә Насирулла ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2014);
- Шарипова Регина Нәил ҡыҙы — иҡтисад фәндәре кандидаты ;
- Шпирная Ирина Андреевна — биология фәндәре кандидаты;
- Юнысбаев Нәил Мортаза улы — техника фәндәре кандидаты;
- Ялалетдинов Альберт Рәйес улы — техника фәндәре кандидаты, ЯАЙ «Силәбе компрессор заводы» генераль директоры, II дәрәжә «Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 http://urgaza.ru/historical-background/selsovet/127/1209/
- ↑ http://urgaza.ru/historical-background/selsovet/127/1245// Из истории переименования села Ургаза
- ↑ http://urgaza.ru/the-edge-chronicles/news/on-our-day/?sphrase_id=3642 И на нашей улице праздник
- ↑ Урғаҙа
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]