Үрге Иҙрис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үрге Иҙрис
Рәсми атамаһы Үрге Иҙрис ауылы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡолсора ауыл советы, Верхнеурал өйәҙе һәм Троицкий округ[d]
Почта индексы 453662

Үрге Иҙрис (рус. Верхнеидрисово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 467 кеше[1]. Почта индексы — 453662, ОКАТО коды — 80206837002.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҙрис ауылына үҙ ваҡытында абруйлы шәхес Иҙрис Тиусов нигеҙ һалған. 1781 йылда татарҙарҙы Юлыҡ йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе ҡуртымға биреү тураһындағы килешеүгә түңгәүер ырыуы вәкиле булараҡ ҡул ҡуйған кеше (икенсеһе — бөрйән ырыуы вәкиле Исмаҡай Ҡаҙаҡов). Иҙрис Тиусовтың улдары — Иманғол (1755 йылғы), Аблай (1756—1830), Аблайҙың улдары — Әбдрәшит, Әбделкәрим, Әбделлатиф, һәм йорт старшинаһы Ҡыҙрас (1792 йылғы) Иманғол 1811 йылда яңы булдырылған Ишбирҙе ауылына күсерелә[2].

XVIII быуат уртаһында ауыл Ысмаил исемен йөрөтә, йәғни Исмәғил. Был атамаһы улус сотнигы Исмәғил Айытҡолов исеме менән бәйле. Уның улдарының исемдәре билдәле — Мөксин, Ҡолмәмбәт. 1755 йылғы ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн улар Рогервикка һөрөлә. Уларҙың аталары Исмәғил дә баш күтәреүселәр араһында була, һуңынан әсирлеккә эләгә, Ырымбур ҡалаһында төрмәлә язаларҙан һәләк була. Ошо ваҡиғаларҙан һуң XVIII быуаттың 70-се йылдарынан ауыл икенсе сотник Иҙрис Иманғоловтың исемен йөрөтә башлай. Иҙрис ауылы халҡы бик мөһим ваҡиғаларҙың шаһиттары һәм ҡатнашыусылары булалар. 1735—1740 йылдарҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәте йылдарында Ысмаил (Иҙрис) ауылы аша ихтилал башлыҡтарының береһе Ҡараһаҡал (Миңдеғол Юлаев) үтә.1755 йылғы ихтилалда ла ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Бында ваҡиғаларҙың төп геройҙары Әмин һәм Сураш йәшәгән[2].

XVIII быуаттың аҙағында 50 йорттоң һәр береһенә — 9-ар йән, 1834 йылда 126 йортҡа — 6-ар йән тура килә. Формаһы буйынса ғаиләләр бер никахлы (1816 йылда 40 ғаилә, йәки 78,4 %) һәм күп никахлы (11 ғаилә, йәки 21,6 %). 1859 йылғы X ревизияға йорттар һаны (90) халыҡ һаны (608 кеше) кәмей.

XX быуаттың башында ауыл икегә бүленә. 1920 йылда Үрге Иҙрис ауылында 385 кеше һәм 137 йорт иҫәптә тора.

Иҙрис ауылында Балапан һәм Туеш ауылдарынан (хәҙерге Әбйәлил районынан) күсеп киләүселәр ҙә йәшәй[2].

Ауыл халҡынан хорунжийҙар Ноғоман Байғусҡаров һәм Әҙелбай Яҡшымбәтов 15-се башҡорт полкы составында Францияның баш ҡалаһын яулауҙа ҡатнашалар һәм батырлыҡтары өсөн икеһе лә икешәр көмөш миҙал менән наградлана («За взятие Парижа 19 марта 1814 года» һәм «В память войны 1812 года»). 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар араһында шулай уҡ рядовой яугирҙар була: Хоҙайбиргән Тимерйәнов, Ишали Көмөшбаев, Аллағыуат Исхаҡов, Ҡотлоғол Һарыбилев, Баййегет Йәрмөхәмәтов, Әбделкәрим Ғәбитов, Әмир Юлғотлин, Ишморат Ҡотлоғужин[2].

Ауыл халҡы яртылаш күсмә тормош алып бара. 1839 йылда 95 йорттан 85 арба менән йәйләүгә сыға. 774 кеше йәненә 617 йылҡы малы, 225 һыйыр, 558 һарыҡ һәм 40 кәзә тура килә. Йыл һайын улар Бутара, Ҡамышлы тамаҡ, Саптар үлгән, Сапсал, Ат сыҡҡан, Ат сапҡан, Талашлы, Уба йылғалары буйлап йәйләгәндәр.

1842 йылда 774 кеше башына 96 бот ужым һәм 672 бот ярауай иген сәскәндәр, шул уҡ ваҡытта Һаҡмар йылғаһы буйында һыу тирмәне булған[2]. 1929 йылда иҙристәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшәләр. 1940 йылға ҡарата Үрге Иҙрис ауылында 261 кеше йәшәй[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 412 208 204 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 47 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡолсора): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 87 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/idrisovo_baym.html
  3. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. Сельские советы
  5. Сельские советы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]