Исмаҡай (Баймаҡ районы)
Исмаҡай | |
Нигеҙләү датаһы | 1772 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1950 |
Исмаҡай (Ысмаҡай) (рус. Исмакаево) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Йомаш ауыл Советына ҡараған ауыл. Яҡынса 1772 йылда нигеҙләнгән. 1950 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмаҡай ауылы Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Мағаш буйында урынлашҡан була. Ауыл Советы үҙәге Йомаштан — 6 км, район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан- 38 км, Сибай тимер юлы станцияһынан 79 км алыҫлыҡта ятҡан[1].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ һалған Ысмаҡ Казаковтың исеме бирелгән. Халыҡ араһында ауылды Ысмаҡай тип йөрөткәндәр. Г. Х. Бохарова үҙенең ғилми хеҙмәтендә башҡорт ауылдарының исемдәрендә кәй/ҡай элементтарына иғтибар итә, мәҫәлән: Азнаҡай, Ҡанаҡай, Муллаҡай һәм башҡа ауылдар араһында ул Исмаҡай атамаһын да миҫал итеп килтерә. «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге» авторҙары әлеге атамаларҙы антропонимдарҙан ойконимдар барлыҡҡа килгән, тип аңлаталар, тип яҙа ғалимә, әммә, уның фекеренсә, был ойконимдар ике өлөштән тора: антропонимдан һәм -кәү, -ҡай, -кәй географик терминынан. Г. Бохарова башҡа төрки телдәрендә лә -кой элементы булыуына иғтибар итә. Мәҫәлән, Джанкой (Ҡырым), Яникой (Ҡабарҙы-Балкария). Тубыл-Иртыш араһындағы территорияла, Осетияла, Төркиәлә, Иранда һәм башҡа илдәрҙә төрлө варианттағы ошо элемент «ауыл» мәғәнәһендә ҡуллана һәм ул фарсы теленән алынған: kuy — «район», «ҡала кварталы», «ауыл». Шуға күрә Исмаҡай кеүек башҡорт атамаларына ла ошо күҙлектән ҡарарға, өйрәнергә кәрәк, тип һанай[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмаҡай ауылы халҡы Йомаш ауылынан бүленеп сыҡҡан, тип фаразлана, сөнки XIX быуат башында ла Исмаҡай халҡы Йомаш ауылы менән бәйләнештәрен өҙмәгән. Йомаш ауылы хәҙерге урынында 1772 йылда барлыҡҡа килгән. Яңы урынға Йомаш ауылы аҡһаҡалдары мал-тыуар өсөн уңайлыраҡ урын эҙләп барып сығалар. Ысмаҡ исемле уҙаман артынан эйәреп 19 ғаилә яңы ауылға нигеҙ һала. Улар араһында ике ҡаҙаҡ булыуы билдәле: Тойғон һәм Ғәле. Ауылға Ысмаҡ Казаковтың исеме бирелә. Үҙ ваҡытында Ысмаҡ ҡарт абруйлы кеше булған, күрәһең, сөнки татарҙарҙы Юлыҡ ауылына индереүгә рөхсәт биргән килешеүгә бөрйәндәр исеменән ул тамғаһын ҡуя[3]. Ысмаҡ ауылы буйынса 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ревизияһында Ысмаҡ Казаковтың ике улы теркәлгән: Юлдаш һәм Ишкилде. Юлдаш 1757—1813 йылдарҙа йәшәгән, уның улдары — Танһыҡбай (1796), уның улы Хәлиулла (1815)һәм Рәхмәтулла (1794). Ишкилде 1753 йылғы, уның улдары — Әбүбәкер (1777), уның улдары — Мөхәмәтйәр (1798) һәм Килдейәр (1804); Усман (1787); Буран (1990) һәм Исхаҡ (1797).
Исмаҡай ауылы 7-се йорт ҡарамағында була[3]. XVIII быуат аҙағында Ысмаҡай ауылында 57 йортта 265 кеше йәшәгән[3]. XIX быуатта был һандар үҙгәрмәгән тиерлек. XIX быуат уртаһында ауыл халҡы етеш йәшәгән, 75 йортҡа 700 йылҡы малы, 1250 һыйыр, 317 һарыҡ, 111 кәзә тура килгән. 49 дисәтинә ерҙә 32 бот ужым бойҙайы, 400 бот ярауай бойҙайы сәселгән[3].
Совет осоронда, 1920 йылда, 80 йортта 400 кеше йәшәгән. 1926 йылда «Турат» ауыл хужалығы артеле ойошторола. 1930 йылда артелде «Һаҡмар» колхозы менән берләштерәләр, уның үҙәге Йомаш ауылында була[1]. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ауыл тарҡала башлай, халҡы башлыса Йомашҡа күсә. 1950-се йылдар башында юҡҡа сыға.
Исмаҡайҙар яңы ауылдар булдыра
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буш ерҙәрҙе биләп ҡалыу, сит ҡулдарға бирмәү ниәтенән, 1833—1834 йылдарҙа исмаҡайҙар биш ауылға нигеҙ һала: Ишмөхәмәт (Ҡарамалы, 1833), Иҫәнгилде, Ислам, Мырҙай, Ниязғол (бөтәһе лә 1834)[3].
Буранов-Латыповтарҙың генеалогия ебе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарамалы ауылынан Бурановтар һәм Латыповтар бер генеалогия ебенән. Хатта бер ғаиләлә ике фамилия булыуы билдәле. Бурановтар Буран ата-бабаһы исемен фамилия итеп алһа, Латыповтар Мөхәмәтлатиф ҡартаталары исемен ҡыҫҡартып алған. Шәжәрә ағасының Бурановтар тармағы: Ысмаҡ — Ишкилде — Буран — Ҡорама — Мөхәмәтлатиф — Мостахетдин — Әхмәт — Мәхмүт — Мораҙым, Айнур.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 117 бит.
- ↑ Г. Х. Бухарова. Башкирские топонимы, образованные от субстратных географических терминов индоиранского происхождения
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ
- Г. Х. Бухарова. Башкирские топонимы, образованные от субстратных географических терминов индоиранского происхождения<