Ғәҙелша (Баймаҡ районы)
Ғәҙелша | |
Ғәҙелша | |
Нигеҙләү датаһы | 1786 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ғәҙелша |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Халыҡ һаны | 179 кеше (1968) |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2005 |
Ғәҙелша (рус. Гадельша) — бөткән ауыл. 2005 йылға тиклем Башҡортостандың Баймаҡ районы Моҡас ауыл Советы составына ингән. 2005 йылдың 20 июлендәге Башҡортостан Республикаһы Законының 211-з, 1-се статьяһына ярашлы исемлектән алынған[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирәндек итәгендәге бик матур урында, Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында, туристик базаһы янында урынлашҡан була[2]/. 1802 йылғы картала Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында, Әхмәр ауылынан өҫтәрәк — Илеш, ә йылғаның уң ярында Ғәҙелша ауылы күрһәтелгән[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙелша ауылы йорт старшинаһы Ғәҙелша Илишевтың исемен йөрөтә, уның 1757 йылғы булыуы билдәле. 1834 йылғы VIII ревизия уны оставкалағы 77-йәшлек старшина итеп күрһәткән. Өс ҡатынынан алты улы булған: Иманғол (1788 йылғы, уның улы Вәлиша), Мөхәмәтша, Исхаҡ, Теләүҡабул, Буранғол, Теләүсура. Бөтә улдары ла йорт һәм кантон идаралыҡтарҙа хеҙмәт итәләр[3]. Ғәҙелшаның атаһы Илеш Назаров, XVIII быуаттың 60-сы йылдарҙағы документтар күрһәтеүенсә, Бөрйән улусының старшинаһы була[3]. Уның ҡарамағында 5 — 6 ауыл булыуы билдәле. Илеш Назаров менән урыҫ сәйәхәтсеһе И. И. Лепехин 1770 йылдың йәйендә таныша һәм яҙмаларында уның тураһында йылы хәтирәләр ҡалдырған[3].
Ғәҙелша ауылы 1786 йылғы картала утар булараҡ күрһәтелгән, булһа кәрәк, сөнки 1795 йылғы V ревизияла ауыл тураһында мәғлүмәт юҡ. Ревизияла иҫәпкә тик ауылдарҙы алғандар. XIX быуат башында утар ауылға әүерелә[3].
Проф. Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауынса[1], ауылға нигеҙ һалыусылар 2-се Этҡол ауылынан булырға тейеш. Архив мәғлүмәттәре буйынса, Ғәҙелша ауылында 2-се Этҡол ауылынан Этҡол Айытҡужиндың ике улы — Ишемғол һәм Ҡунаҡҡужа — теркәлгән. Әлеге факт этҡолдар Илеш һәм Ғәҙелша ауылдарына нигеҙ һалған, тип фаразларға мөмкинлек бирә[3]. Ҡайһы бер ғалимдар (М. Ғ. Усманова, Ф. Ғ. Хисамитдинова), Ғәҙелша ауылы 1765 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, тип һанайҙар[1].
Ауыл хужалығы
1839 йылда ауылдың бөтә 50 йортынан йәйләүгә сығалар. 320 ауыл кешеһенә 553 йылҡы малы, 205 һыйыр, 50 һарыҡ, 12 кәзә малы тура килә. 22 дисәтинә баҫыуҙа 213 бот ярауай бойҙай сәселә. XIX быуат урталарында ауылда аҙна һайын баҙар ойошторолған[3].
Алтын приискалары
XIX быуаттың 30-сы йылдарында был ерҙәрҙә алтын табыла. Солтан йылғаһы үҙәнендә алтын промыслаһын асалар. Башҡа ауылдар менән бер рәттән Ғәҙелша ауылы халҡы ла ла сәсмә алтын йыуыу менән шөғөлләнә башлай. Улар килешеү буйынса эшләй, үҙ көстәре менән алтын йыуа һәм алтын сәнәғәтселәренә тапшыра. Шул ваҡытта, 1861 йыл башына, өс алтын приискаһы эшләй (Солтан, Худолаз, Анненка). Тәүге ике промыслала 371 башҡорт эшләй[3]. 1870 йылдарҙың башында яңы приискалар асыла. Ғәҙелша ауылы тулыһынса тиерлек старателдәр ауылына әүерелә һәм ХХ быуаттың 30-40-сы йылдарныда үҫешкән инфракструктуралы эшселәр ҡаласығы булып һанала[1].
1999 йылғы ауылдар исемлегендә Ғәҙелша ауылы күрһәтелмәгән[1].
2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарын булдырыу, ҡушыу, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәрҙе Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленешенә индереү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһының 211-з, 1-се статьяһына Законына ярашлы:
4. Киләһе тораҡ пункттарын бөтөрөргә:
5) Баймаҡ районында:
а) Моҡас ауыл Советынан Ғәҙелша ауылын
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылғы VII ревизия буйынса 27 йортта 150 кеше йәшәй. VIII ревизия буйынса — 258 кеше, X ревизия буйынса 63 йортта 400 кеше йәшәгән. 26 йылдан һуң 78 йортта 545 кеше иҫәпләнһә, 1920 йылда ауылда 139 йортта 734 кеше йәшәгән[3].
1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 179 кеше йәшәгән; башлыса башҡорттар (Башҡорт АССР-ы: 1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата административ-территориаль бүленеше. — 5-се баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. 53 бит).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.48.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- К вопросу о добыче золота на территории Башкирии в конце XIX – начале XX вв.